

“Мораҙым” гәзитенә тәғәйенләнгән кофеварканы Түләбай ауылынан Зөлфиә Кәримова отто!
Әйткәндәй, Рафиҡ Ғүмәр улы бүләк отош сараһында үҙе лә ҡатнашты һәм һәр саҡтағыса ул беҙгә буш ҡул менән түгел, ә киләһе бүләк уйнатыуға бүләктәр алып килгәйне. Шулай итеп, хөрмәтле дуҫтар, беҙҙең сираттағы бүләк отош сараһы 26 ноябрҙә уҙа һәм Әсә көнөнә арнала. Был юлы донъялағы иң ҡәҙерле кеше – әсәйҙәр өсөн шәл, шифалы бал, сәйнүк, сәй сервизы һәм башҡа бүләктәр уйнатыла. Әйткәндәй, бал менән шәлдәрҙе Рафиҡ Ғүмәр улы алып килде.
Шуға күрә, гәзиткә яҙылмағандар, яҙылып та һаман квитанцияһын беҙгә килтереп еткермәгәндәр, ашығығыҙ! Унда ҡатнашыу өсөн 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына “Мораҙым” гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә (Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49) килтерергә йәки почта аша ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ фотоға төшөрөп, Ватсап аша (8-937-836-9553) ебәрергә була. Исем-фамилияғыҙҙы, адресығыҙҙы асыҡ итеп яҙыуығыҙҙы, телефон номерығыҙҙы күрһәтеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Бергә булдыҡ, киләһе йылдарҙа ла бергә ҡалайыҡ!