Һимерһәгеҙ, ошо эсемлекте эсеп ҡарағыҙ.
-2 лимон
-5 теш һарымһыҡ
-1 киҫәк имбирь-2 см самаһы
-1 литр минераль һыу
Лимондарҙы икегә бүлеп, һутын сығарырға
-Таҙартылған һарымһаҡ тештәрен һәм имбирҙе ваҡ итеп турарға
-Кәстрүлгә һыу ҡойоп, лимон ҡабыҡтарын һалып ҡайнатырға
-Ҡайнап сыҡҡас, имбирь һәм һарымһаҡты һалып, утты һүнлерергә һәм ҡапҡасын ябып, 20 минутҡа ҡалдырырға
Артабан һөҙөп, лимон һутын өҫтәргә һәм эсемлекте ҡапҡаслы быяла һауытҡа ҡойорға.
Һәр көн иртәнсәк, үҙегеҙ теләгән һөҙөмтәгә еткәнсе, 10-14 көн дауамында 150-200 мл эсергә тәҡдим ителә.
Артабан 10 көн ял итергә һәм тағы ла ҡабатларға була.
Теләгегеҙ булһа, бер аҙ бал һәм мята өҫтәргә лә мөмкин.
Һау булайыҡ!