

Теләүембәт ауыл биләмәһенән бер төркөм егеттәр - Әбйәлилов Әнүәр Рәфил улы, Искәндәров Илдар Марат улы, Иҫәнгилдин Ильяс Илнур улы, Рысаев Ислам Ришат улы, Салауатов Данил Филүз улы, Үтәмишев Байрас Салауат улы, Хәсәнов Фәрғәт Фәрих улы, Фәтҡуллин Айтуган Хәмит улы, Ҡаразбаев Морат Марат улы, Әбдрәхимов Булат Рәмил улы әрмегә саҡырылғандар.
Кисәлә егеттәр төрлө һынауҙарҙа һыналдылар, Теләүембәт ауыл биләмәһе башлығы Булат Ҡаразбаев егеттәргә изге теләктәрен еткерҙе. Үҙешмәкәр артистарыбыҙ Фирзәр һәм Илшат Әбдрәхимовтар, Фуат Әлмөхәмәтов, Данислам һәм Вилдан Смирновтар, Замир Харрасов музыкаль бүләктәрен еткерҙеләр.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәш егеттәргә хәрби әҙерлектә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүҙәрен һәм үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәүҙәрен теләйбеҙ!