

"Ғүмер шул тиклем шәп уҙа, миҙгел менән миҙгел, йыл менән йыл алмашынғанын һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Үҙенең 90-сы көҙөн ҡаршы алған Рабиға апайыбыҙ ҙа, ғүмер ағышы шул тиклем тиҙ, тупһанан түргә уҙған кеүек кенә тойола, ти. Әсәйем Зөһрәнең бер туған һеңлеһе ул, Мораҙым ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Күгәрсен ауылында йәшәй, - тип яҙа беҙгә Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе Рауза апай Мусина. - Аллаға шөкөр, туғанлыҡ ептәребеҙ ныҡ, йыл да ул йәшәгән Күгәрсенгә барып, күрешеп-аралашып торабыҙ. Олоғайған көнөндә улы Радиктан һәм килене Светлананан хөрмәт күреп, үҙе лә әүҙем хәрәкәттә булып, биш ваҡыт намаҙын уҡып, беҙгә өлгө булып көн күрә. Уның янына барып, һөйләшеп ултырыуҙары үҙе бер ғүмер! Һуғыш башланғанда 6 йәшлек кенә булған һәм үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән апайымдың үҙе менән һөйләшеп, уның тураһында ла яҙып үтергә булдым. Мораҙым ауылы ҡыҙы Рабиға башланғыс мәктәптән һуң Юлдыбайҙа 7-се класты тамамлаған. Артабан Мораҡта белем ала. 10-сыны тамамлағас, Өфө педагогия институтына инергә уйлап, имтихандар тапшыра. Әммә рус теленән имтихан биреү ауыр булғас, ауылға ҡайта. Шулай ҙа ауылда ҡалмай, Магнитогорскийҙа йәшәүсе Рамаҙан ағайымдарға (ул - өләсәйемдең апаһы Зөбәйҙә инәйемдең улы) барып, заводҡа эшкә урынлаша. Тырыш ауыл ҡыҙы унда ла һынатмай, ете йыл заводта эшләп, яҡшы эшләгәне өсөн “Ударник” танытмаһын ала. Хөмәйрә өләсәйем ауырый башлағас, ауылға ҡайта. Ҡайтҡас та фермаға быҙау ҡарарға эшкә инә, һуңыраҡ һыйыр һауа. Оҙаҡ эшләмәй фермала, совхозда кассир эшен тәҡдим итәләр. Иҫәп-хисап эшен дә күңел һалып башҡара. Ат егеп, айына ике тапҡыр Мораҡтан аҡса алып ҡайтып, совхоз эшселәренә эш хаҡы тарата. Бер ваҡыт Мораҡтағы халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатынан кейем бесеүсе һөнәренә уҡырға ебәрергә кеше табырға ҡушалар. Рабиға апайым үҙе барырға була. Шулай итеп, Октябрьский ҡалаһына барып, кейем бесеүсе һөнәренә уҡып ҡайта. Артабан уны Мәҡсүт ауылына эшкә ебәрәләр. Фатиры ла булғас, апайым өләсәйемде, ҡыҙы Фәймәне алып Мәҡсүткә күсеп килә. Рабиға апайымдың артабанғы тормошо миңә лә билгеле. Мәҡсүттә эшләгәндә беҙгә лә, беҙҙең ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ла бик матур күлдәктәр текте ул. Мәҡсүткә барғанда тегеү оҫтаханаһына мине лә алып бара ине. Унда эшләүсе апайҙар бик татыу булды. Беҙҙең яҡтарға электр уты үткәрелеп, телевизорҙар ҡайтарыла башлағас, Рабиға апайымды телевизорҙан да күрҙек. Район хоры составында Өфөгә лә барып ҡайтты. “Күгәрсен төҫөн яратып, күктән кейә ҡыҙҙарың. Ҡыҙҙарың һиңә оҡшаған- гөрләп тора ҡыҙҙарың”, - тип әле лә йырлаштырам мин уларҙың ул ваҡытта йырлаған йырын. Апайым 1970 йылда Күгәрсен ауылында йәшәгән Әфуәт еҙнәмә кейәүгә сығып, ундағы тегеү оҫтаханаһында ла маҡталып эшләй. Хөкүмәт уның эшен лайыҡлы баһалай. Пенсияға “Хеҙмәт ветераны” исемен алып сыға. Икмәк бешереүсе лә булып эшләп ала әле Рабиға апайым. Улар бешергән икмәкте тәмле күреп, хатта Мораҡтан да килеп алалар ине. Тормош, үкенескә күрә, гел шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына тормай. Апайым куп юғалтыуҙар кисерҙе. Ҡәйнәһен аҙаҡҡы көнөнә тиклем яҡшы ҡараны. Ҡайғы- хәсрәттәргә бирешмәй, намаҙҙарын ҡалдырмай уҡып, белгәндәрен беҙгә өйрәтеп йәшәй ул. Ауылда ла уҡымышлы ағинәйҙәрҙең береһе һанала. Мәсеттә уҙған бар сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Ҡөрьән аштарына ауылдаштары, туғандары саҡырып тора. Аяттарҙы бик матур итеп уҡыуын, бағышлау, теләктәр әйтеүен ярата улар. Әсәйебеҙ урынына күреп, һағынып ҡайтып етәбеҙ апайыма! Йәштәрсә йылдам йөрөп ҡунаҡ итә ул беҙҙе. Шулай уҡ Светлана киленгә лә, Радик туғаныбыҙға ла “апай” тип өҙөлөп тороуҙарына ҙур рәхмәтлебеҙ. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, туғанлыҡ ептәрен нығытыу — ул пәйғәмбәребеҙ сөннәтен үтәү, Аллаһы Тәғәлә менән араларыбыҙҙы яҡынайтыу, йәннәткә юл һалыу. Беҙҙе үҙенә тартып торған апайыбыҙға һәм уның балаларына Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ,оҙон ғүмер насип итһен! "