Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2025, 09:57

Йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә

 Көслө зат вәкилдәре менән бер рәттән сафҡа баҫып, халыҡтың именлеге һағында ғорур тороусы полиция хеҙмәткәрҙәре араһында сибек кенә иңдәренә тауҙай бурыстар алып эшен яратып башҡарыусы тынғыһыҙ йәнле, ҡыйыу ҡарашлы гүзәл заттар ҙа бар. Бөгөнгө яҙмабыҙ геройы ла тап шуларҙың береһе – район эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса төркөмө инспекторы Гөлназ Нурғәлиева.

Йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерәЙәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә
Йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә

Был өлкәлә биш йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, намыҫлы хеҙмәте менән айыҡ аҡыллы, сәләмәт рухлы йәш быуын үҫтереүгә үҙ өлөшөн тос индереүсе полицияның өлкән лейтенанты коллегаларының һәм тирә-яҡтың ихтирамын күптән яулап өлгөргән.

- Бала саҡтан милиция хеҙмәткәре булырға хыялланғайным, һуңлабыраҡ булһа ла хыялым тормошҡа ашты. Эшемде яратам, быға тиклем мәктәптә балалар менән эшләүем һәр яҡлап ярҙам итә, - ти ихлас күңелдән Гөлназ Мәүлетдин ҡыҙы.

 Ысынлап та уның холоҡ-фиғеленә ирҙәрсә ныҡлыҡ, таһыллыҡ та, хәҙерге заманда бик һирәк гүзәл заттарҙа осраған ҡатын-ҡыҙ нәфислеге лә хас. Ул 1980 йылда Ырымбур өлкәһендә ябай эшһөйәр ғаиләлә тыуған. Мәрхүм атаһы бар ғүмерен юл хужалығына бағышлаған, ауыр, ҡара эштән ҡурҡмаған әсәһе хәҙер лайыҡлы 70-ен туйлаһа ла, һаман урам һепереүсе булып эшләп, үҙе ғүмер иткән Төйлөгән ҡасабаһының матурлығын, таҙалығын хәстәрләй.

 Төйлөгән 2-се урта мәктәбендә уҡығанда уҡ белемгә әүәҫлеге менән айырылып торған Гөлназ Ырымбур педагогия университетын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған ерендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ башлай. Артабан Күмертау ҡалаһында, Күгәрсен ере менән яҙмышын бәйләгәс, Мораҡ 1-се урта мәктәбендә уҡытыусы һөнәрен башҡара. Әммә бала саҡ хыялы уны гел үҙенә тартып тора. Ниһайәт, 2020 йылдың июнь айында ул тәүәккәлләп, еңел булмаған, тик күңелен һәр саҡ ымһындырған полиция өлкәһенә эшкә сыға.

 Район эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса төркөмө инспекторы әйтеүенсә, уның төп эше бәлиғ булмаған йәштәгеләр араһында енәйәтселеккә юл ҡуймау өлкәһендә һәм иҫәптә торғандар, уларҙың ата-әсәләре менән тығыҙ бәйләнеш тотоп, даими рәүештә аңлатыу-төҙәтеү эштәре алып барыу. Шул маҡсат менән ул администрация ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһы, опека органдары менән берлектә рейдтарға сыға, иҫәптә торған имен булмаған ғаиләләрҙе даими күҙәтеү аҫтында тота. Әле район буйынса оператив-профилактик саралар бара, шуға үҫмерҙәргә, ата-әсәләргә айырыуса иғтибарлы булыу, комендант сәғәте тураһында ла онотмау зарур. Әлеге ваҡытта район буйынса 33 бәлиғ булмаған йәштәге үҫмер иҫәптә торһа, шуларҙың 17-һе таныҡлыҡһыҙ руль артына ултырған, ә ҡалғандары урлашып, йәки кеше мөлкәтенә ҡул һуҙған һәм кемгәлер тән йәрәхәте һалған, һаулығына зыян килтергән. 12-13 йәштә, ғәҙәттә, бындай ҡылыҡтарын үҫмерҙәр енәйәт һанамай, шуға күрә лә инспекторҙар мәктәптәрҙә профилактик сараларҙы даими үткәреп тора. Йәмәғәт урындарында эсеп тотолғандар ҙа административ хоҡуҡ боҙғандары өсөн иҫәпкә алына. Әлбиттә, насар ғәҙәттәрҙе, дропперлыҡ, мутлашыуҙы профилактикалау маҡсатында ла мәктәп балалары алдында йыш сығыш яһарға тура килә. “Әммә өйҙә ата-әсәләргә лә балалары менән йыш был хаҡта һөйләшергә кәрәк, һәр насар ҡылыҡ өсөн закон алдында яуап бирергә кәрәклекте ғаиләлә аңлатырға тейештәр”ти бик хаҡлы рәүештә полиция лейтенанты.

 Күп ваҡытта инспекторға ата-әсәләргә аҡыллы кәңәш биреүсе, балалар йөрәгенә асҡыс яратып, уларға ярҙам ҡулын һуҙыусы нескә психолог та булырға тура килә. Полицияға тиклем педагог булып эшләгән Гөлназ Мәүлетдин ҡыҙы һәр саҡ һәр ҡайһыһына ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер, сөнки үҙе лә ике баланың хәстәрлекле әсәһе ул; күңеле саф, уйҙары яҡты уның. Эш бүлмәһенең диуарын да юҡҡа ғына Башҡортостан республикаһының бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле һәм урындағы хакимиәт башлығы ҡулынан алынған рәхмәт хаттары биҙәмәй. Эшенә мөкиббән булып, “балалар, ата-әсәләр менән эшләргә яратам” тиеүсе һәм именлек һағында ҡалҡандай тороусы тынғыһыҙ полиция хеҙмәткәре ысынлап та тәрән ихтирам-хөрмәткә, оло рәхмәткә генә лайыҡ!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас