

Әлибаев Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы 1920 йылдың 15 майында Түкәт ауыл Советының Нуҡай ауылында тыуған. Уның атаһы урта хәлле крәҫтиән була, Октябрь революцияһына тиклем игенселек менән шөғөлләнә, шулай уҡ хужалығында дүрт ат, дүрт һыйыр һәм 15 һарығы була. Улар менән бергә туғанының етем ҡалған Рәхимә (филология фәндәре докторы, профессор, бик күп дәреслектәр һәм фәнни хеҙмәттәр авторы Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовтың әсәһе) һәм Закира исемле ҡыҙҙары йәшәй.
1929 йылда илдә коллективлаштырыу процесы башлана, уның барышында ишле хужалыҡ тотҡан хәлле крәҫтиәндәр кулаклаштырыла. Был ҡарт ҡартайымдың ғаиләһенә лә килеп ҡағыла. Уның автобиографик яҙмаларынан шуны аңланым: был аяныслы, фажиғәле осорҙа әсәһе Фатима ире, йәғни ҡарт ҡартайымдың атаһы менән айырылышырға һәм 1933 йылда улын алып, Яҡшембәт ауылында йәшәгән өлкән ҡыҙы Раҡыяға (ул Әлибаев Сәлихйәндә кейәүҙә булған) күсергә мәжбүр була.
“Халыҡ дошманы” булмаҫ өсөн улар үҙҙәренең Байгилдин тигән фамилияһын Әлибаевҡа алмаштыра. Ғиниәт ҡартайымдың атаһын иһә кулак тип, йәш ҡатыны һәм балалары менән бергә Себергә һөргөнгә ебәрәләр, унда ул 1934 йылда ауырып вафат була. Өҫтә телгә алынған Рәхимә менән Закирә һеңлеләрен уның беренсе ҡатыны (минең Фатима ҡарт ҡәрсәйем) тәрбиәләй. Һуғыштан һуң Ғиниәт ҡартайым атаһының балаларын (икенсе әсәйҙән тыуған ҡустылары менән һеңлеләрен) таба, уларға Тыуған иленә ҡайтырға ярҙам итә.
Ғиниәт ҡартайым 1937 йылда Сәйетҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Шул уҡ йылда Ишембай нефть техникумына уҡырға инә, әммә матди ауырлыҡтар арҡаһында уны тамамлай алмай. 1938 йылдың октябрендә Күгәрсен районында уҡытыусы, атап әйткәндә, Муса башланғыс мәктәбе мөдире булып эш башлай. Ғаилә архивында уның эшкә ҡабул итеү тураһында ғаризаһы һаҡланған.
1940 йылдың 16 авгусында ул Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ике туған һеңлеһе Рәхимова Зәйтүнә Абдулғафар ҡыҙына өйләнә.
Ҡарт ҡартаһы хаҡында бүләсәре Наҙгөл ҠОЛТАЕВА (Өфө ҡалаһының М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы) бәйән итә:
Ҡарт ҡартайымдың хәрби юлы
1940 йылдың 3 октябрендә Ғиниәт ҡартайым Совет Армияһы сафына алына - йәш кенә кәләшен һәм әсәһен ҡалдырып, хеҙмәт итергә китә. Бер аҙҙан Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм ул ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫа. Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем ауыр фронт юлдарын уҙа.
Үҙенең хәрби юлын 1941 йылдың 23 июнендә Көнбайыш фронтта башлай: тәүге ҡаты алыштарға эләгә, ефрейтор дәрәжәһендә 93-сө уҡсылар дивизияһы взводы 6-сы рота отделениеһының 445-се штаб взводында телефонсы-коммутаторсы булып хеҙмәт итә.
1941 йылдың 4 октябрендә контузия ала, госпиталдә дауалана. 1942 йылдың башында ныҡ ауырый, Мәскәү район күсереү пункты белешмәһе буйынса, Эпидемик госпиталдең 1942 йылдың 28 мартындағы 804-се таныҡлығына ярашлы, бер айға отпускыға ебәрелгәндәр исемлегенә инә, шунан һуң сафҡа кире ҡайта.
1942 йылдың 9 июлендә еңелсә яралана, 3 сентябрҙә йәнә йәрәхәт ала - уң янбашына ярсыҡ тейә.
Калинин (1942 йыл), Воронеж(1943 йыл), Икенсе һәм Өсөнсө Украина(1943) фронттарында һуғыша. 1943 йылдың 6 февралендә “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Уның шәхси хәрби батырлығын һүрәтләгән награда ҡағыҙында ҡыҫҡаса тасуирлама бирелгән: “Ефрейтор Әлибаев - телефонсы-коммутаторсы, 1942 йылдың 25 ноябренән 7 декабренә тиклемге алыштарҙа коммутаторҙы арымай-талмай хеҙмәтләндерҙе, абоненттарҙың саҡырыуҙарына һәм һорауҙарына тиҙ һәм аныҡ яуап бирҙе. 5 декабрҙән 7-һенә тиклем ике тәүлек йоҡоһоҙ һәм ял итмәйенсә коммутаторҙа эшләне, дивизия командованиеһына ғәмәлдәге частар менән өҙлөкһөҙ идара итеүҙе тәьмин итте.
Ефрейтор Әлибаев өлгөлө, дисциплиналы яугир. Хәрби эш, хәрби һәм сәйәси уҡыу отличнигы”.
1944 йылдың 7 апрелендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә, был хаҡта “Советский боец” гәзитендә яҙыла.
1945 йылдың 4 ғинуарында уң яурыны яраланып, госпиталгә эләгә. Табиптар уның ҡулын ампутацияларға теләй, әммә шәфҡәт туташы уны ҡарап сыҡҡас, “сәтәкәй бармағыңды аҙ ғына ҡыбырлата алһаң да ҡулың йүнәлергә тейеш” тип операцияға ризалашмаҫҡа ҡуша. Шулай итеп яугир ҡулын һаҡлап ҡала.
Артабан Ғиниәт ҡартайым Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә һуғыша. “Будапештты алған өсөн”, “Белградты азат иткән өсөн” , “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
57-се армия ғәскәрҙәре составында Ҡыҙыл Армияның Болгариялағы сентябрь операцияһында ҡатнаша, бының өсөн Советтар Союзының Юғары Баш командующийы И.Сталиндың бойороғо менән ғәскәрҙәрҙең бөтә шәхси составына Болгария территорияһындағы операцияларҙа һәм Шумен ҡалаһын алғанда күрһәткән батырлыҡтары, шулай уҡ Бендер ҡәлғәһен һәм Белградты немец-румын илбаҫарҙарынан азат иткәндәре өсөн рәхмәт белдерелә.
Ғиниәт ҡартайымдың Болгарияның Разград ҡалаһынан булған хәрби дуҫтары менән төшкән фотоһүрәте һаҡланған.
Еңеү көнөн ул Венгрияла ҡаршылай. Тыуған яғына 1946 йылдың майында ғына ҡайта, сөнки һуғыш тамамланғандан һуң тағы бер йыл Совет Армияһында хеҙмәт итә.
Һуғыштан һуңғы педагогик эшмәкәрлеге
Тыуған яғына ҡайтҡас, уны Яҡшембәт башланғыс мәктәбенә мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. 1948 йылда Мораҡ башҡорт педагогия училищеһын тамамлай һәм башланғыс мәктәп уҡытыусыһы квалификацияһын ала.
Ғаилә архивында ҡарт ҡартайымдың уҡыу пландары һаҡланған, унда ул дәрестең темаһын, маҡсатын һәм планын яҙған. Быларҙың барыһы ла бик матур почерк менән яҙылған. Фәндәрҙең туған телдә уҡытылыуы ла ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡ факт.
Арифметика, рус теле, уҡыу, тарих, география, туған тел буйынса уҡытыу пландары менән бер рәттән тема, өй эштәре, күнегеүҙәр, музыка, физкультура буйынса уҡытыу пландары яҙылған. Музыка өсөн айырым дәфтәр бар, унда “Тыуған ил ниҙән башлана”, “Ҡыҙыл байраҡ”, “Ленин”, “Халыҡтар, берләшегеҙ”, “Йәшәһен тыныслыҡ”, “Саптар ат”, “Сталин тураһында йыр”, “Шайморатов генерал” тигән йырҙарҙың һүҙҙәре теркәлгән.
Юғары педагогик оҫталығы өсөн ҡарт ҡартайым Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының һәм Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Өлкә комитетының почет грамоталары, “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә.
Ул йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнә. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, пропагандасы, агитатор була.
Өләсәйем Наилә Ғиниәт ҡыҙы һөйләүенсә, уны ауылдаштары, хеҙмәттәштәре ихлас, кешелекле, ғәҙел һәм әҙәпле булғаны өсөн бик хөрмәт итә. Күптәр кәңәш һорап киләләр. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә (фажиғәле рәүештә вафат була) ул тыуған районында башланғыс һәм урта белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғиниәт ҡартайым Тыуған илен ҡыйыу һаҡлай һәм һалдат бурысын намыҫ менән үтәй. Беҙ, бүлә-бүләсәрҙәре, уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уның тураһындағы иҫтәлектәрҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайбыҙ.