Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2025, 09:24

Йәшерен исем ҡушырға яраймы?

"Ҡаршылыҡтар аҙым һайын осрап тора, бер нимәгә өлгәшә алмайым. Минеңсә, бәхетһеҙлегемдең сәбәбе – исемемдә. Яратмайым уны. Ишетеүемсә, мулланан үҙеңә икенсе исем ҡуштырырға мөмкин. Ул йәшерен була, бер кем дә белмәй. Шул дөрөҫмө?"

Гәзит уҡыусыбыҙҙың ошо һорауына диндарҙарҙың әйткәндәренә, дини китаптарға нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ.

Һорауҙың йөкмәткеһенән аңлашы­лыуынса, уны биргән ҡәрҙәшебеҙ йәш әле. Моғайын, үҙаллы тормошҡа күптән түгел аяҡ баҫып, тәүге ауырлыҡтар менән осрашҡандыр. “Йәшлек – еңеллектең бер ботағы”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ҡәрҙәшебеҙҙең барыһы ла алда. Иншаллаһ, ул йәшәй-йәшәй һәммәһенә төшөнөр, сабыр, түҙемле булырға өйрәнер, уңышҡа тиҙ арала өлгәшеү мөмкин түгеллеген аңлар.

Исемде үҙгәртеү Исламға хас түгел. Эйе, диндә яңы һүҙ һөйләүселәр араһында бер фекер барлыҡҡа килде: имеш, кешегә ике исем ҡушырға мөмкин, уларҙың береһе йәшерен була, хужаһы ғына белә, икенсеһе иһә – ғөмүм. Бындай йола башҡа диндәрҙә бар, беҙҙә юҡ.

“Әҙәм балаһы һәр яҡтан матур булырға тейеш: холоҡ-фиғеле лә, йөрөш-торошо ла, кейеме лә, исеме лә, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләктәренең береһе — исем. Ҡиәмәт көнөндә лә уны әйтеп саҡырырҙар”.

Икенсе бер хәҙистә исемдең сабый өсөн ауырыуҙарҙан пәрҙә булып тороуы хаҡында бәйән ителә. Гүйә, яңы тыуған балаға мең төрлө микробҡа, күҙ тейеүгә һәм башҡа бәлә-ҡазаға ҡаршы бик ҡуйыла. Кейеме ҡалын булһа, әҙәм балаһы һалҡынға бирешмәй бит, шуның шикелле исем мөхиткә яраҡлаштыра, йәшәү көсө бирә. Уны ҡушҡанда матур һәм мәғәнәлеләргә, милләтте, динде аңлатҡандарға өҫтөнлөк биреү мөһим. Әҙәм балаһы исемен аҡлау маҡсаты менән йәшәргә, уны ишеткән һайын рухы артырға, ошо бәрәкәттә юғарылыҡҡа ынтылырға, уңыштарға өлгәшергә тейеш. Ә сабыйҙы уйынсыҡ кеүек күреп, ни етте шуның менән атау – гонаһ. Был ғәмәлде бергәләп, кәңәшләшеп башҡарыу зарур: балаларыбыҙ ата-әсәһенең генә түгел, халҡының, иленең ғорурлығы булып үҫергә тейеш.

Ошондай бәрәкәттә, иншаллаһ, әҙәм балаһы, һис ниндәй йәшерен исеме булмаһа ла, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшер.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас