Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2025, 09:16

Күгәрсен уңғандары

Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йортонда "Сәнғәт төнө"тигән бик күркәм сара үтте. Унда ауылдың уңғандары - оҫта ҡуллы апай-ағайҙары саҡырылды.

Күгәрсен уңғандарыКүгәрсен уңғандары
Күгәрсен уңғандары

Матурлыҡты тыуҙыра белеү - Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт. Кемдер аш-һыуға, кемдер ҡул эштәренә оҫта була, кемдер ағастан төрлө һындар, биҙәктәр яһай,  кемдер тимерҙе буйһондороп, матурлыҡ тыуҙыра. Ә кемдеңдер һуғылған балаҫы, сигелгән, тегелгән, бәйләнгән әйберҙәре күҙҙең яуын алып тора.
Фәрит Ғариф улы үҙенең ағастан эшләгән эштәре , Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы балаҫ һуғыу серҙәре, Гөлкәй Кәрим ҡыҙы бисерҙан, Зөлфирә Самат ҡыҙы алмаз мозаикаһынан эшләгән картиналары менән таныштырҙы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас