Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2025, 09:26

Кәбеҫтәне ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?

Үҫтергән уңышты серетмәй генә нисек һаҡларға. Әйҙәгеҙ, кәбеҫтәне ҡасан алырға һәм уны нисек һаҡларға икәненә өйрәнәйек...

Кәбеҫтәне тәүге ҡырауҙарҙан һуң, тик туңдырмай ғына йыйып алығыҙ. Уның тышҡы япраҡтарын таҙартҡандан һуң, баҙҙа элеп һаҡлағыҙ – кәштәләргә лә, иҙәнгә лә теймәһен. Әгәр кәбеҫтәне нимәгәлер һалып һаҡлаһағыҙ, уның тейеп ятҡан япраҡтары серей башлай һәм йәшелсә әрәм була. Баҙҙа йәшелсәне элеп ҡуйыу өсөн урын әҙ булһа, уны һаҡлауҙың тағы бер ысулы бар. Ҡыҙыл кәбеҫтәне – дәфтәр биттәренә, ағын полиэтиленға (пищевая пленка) урап, кәштәләргә бер-береһенә тейгеҙмәй генә һалырға кәрәк.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас