Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноября 2025, 05:45

Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған уҡытыусыға 90 йәш

Лира Шәрип ҡыҙы Камалова 1935 йылдың 7 ноябрендә Сәйетҡол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә -  тамырҙары Ырымбур өлкәһенең Ейәнсура ауылынан булған Нәфисә Ғәлим ҡыҙы менән Етебулаҡ ауылында тыуып үҫкән Шәрип Вәли улы Бикҡоловтарҙың ғаиләһендә донъяға килә.

Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған уҡытыусыға 90 йәшСоциалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған уҡытыусыға 90 йәш
Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған уҡытыусыға 90 йәш

  Юғары белем алыу теләге көслө булған ҡыҙ 1955 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә иң алдынғыларҙан һаналған был уҡыу йорто тап ошо йылдарҙа  Башҡорт дәүләт университеты тип үҙгәртелә. Бик көслө педагогтар, уҡытыусы – ғалимдар ҡулында төплө белем ала Лира Шәрип ҡыҙы һәм 1960 йылда тарих-филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.

 Ул заманда юғары уҡыу йортон тамамлаған белгестәргә йүнәлтмә бирелә – Лира апай тормош иптәше Камил Хөсәйен улы менән бергә Хәйбулла районының  Бүребай урта мәктәбенә эшкә ебәрелә. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлаған йәш мөғәллимәнең тәүге айҙарҙа уҡ һәләтле һәм ысын педагог булыуы, лидерлыҡ сифаттары асыла. Шунда уҡ тигәндәй уны уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.

1971 йылдың сентябрендә Лира Шәрип ҡыҙы урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.

Йөҙөп йөрөп эшләгән педагогтың хеҙмәте лайыҡлы баһалана: уҡытыу-тәрбиә эшендә өлгәшкән уңыштары өсөн Лира Камалова 1975 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән юғары исемгә лайыҡ була. 1978 йылда СССР уҡытыусыларының Бөтә Союз съезында яҡташыбыҙға Ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исем бирелә. Уның күкрәген шулай уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены биҙәй.  Шуныһы иғтибарға лайыҡ: иң беренсе ҡотлау телеграммаһын ул яҡташтарынан – Күгәрсен халҡынан ала.

1985 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты уны Өфө ҡалаһының 20‑се урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләй.

1987 йылда Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының тәрбиә эше кабинеты мөдире булып эшкә күсә. 1993-2010 йылдарҙа иһә Лира апай Башҡорт дәүләт педагогия университеның Квалификация күтәреү һәм профессия йәһәтенән яңынан әҙерләү институты методисы булып эшләй. Лира Шәрип ҡыҙы ла, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан,  75йәшенә тиклем эшләй. 

 Ошо көндәрҙә арҙаҡлы яҡташыбыҙ үҙенең 90 йәшен билдәләй. Лира апайҙы матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ! 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас