ЙӘМҒИӘТ
7 Ноября 2025, 10:05

Ерҙең көсө уңған, тырыш халҡында

Үткән аҙнала район халҡы Халыҡтар берҙәмлеге, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көндәре уңайынан ҙур тантанаға йыйылды.

 Сарала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, ауыл хужалығы өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергән хөрмәтле ветерандар, алдынғы эшсәндәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, райондың предприятие, учреждение, ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре, махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашты.  

Сара башланыр алдынан етәкселәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм һәләк булыусылар хөрмәтенә булдырылған Еңеү аллеяһына юл алды, “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә, обелискыларға сәскәләр һалды.

  Халыҡтар берҙәмлеге көнө тәрән тарихи тамырҙарға эйә. Күп йыллыҡ милли үҙенсәлек, халыҡтар араһындағы берҙәмлек, үҙебеҙҙең көскә һәм киләсәккә ышаныс – бына ошолар бөгөнгө Рәсәйҙе башҡа илдәрҙән айыра һәм ата-бабаларыбыҙҙың данлы эштәре, батырлыҡтары беҙгә ойошҡанлыҡ, теләктәшлек, илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Халыҡты берләштереүсе рухи ҡиммәттәргә таяныу, Ватаныбыҙҙың үткәнен хөрмәт итеү бөгөн дә төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңергә һәм алда торған бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә.

 Сараның тантаналы өлөшөн асҡан һәм залда ултырыусыларҙы иҫтәлекле көн менән тәбрикләгән район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин да ошоларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алып, был көндөң беҙҙең ил өсөн мөһим байрамдарҙың береһе булыуын билдәләне:

- 20 йыл тирәһе элек Рәсәй Президенты Владимир Путин республикаға юғары баһа биреп: “Башҡортостанда, һыу тамсыһындағы кеүек, барлыҡ мәҙәни, дини, телдәр төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы менән беҙҙең бөтә Рәсәй сағыла”, тип билдәләгәйне. Беҙҙең районда ла шулай уҡ. Район террриторияһында 20 ауыл биләмәһе, 114 тораҡ пункта 10-дан ашыу милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Күгәрсен районы республика, ил менән бер ритмда йәшәй һәм үҫешә. Федераль һәм республика программаларына ярашлы, беҙ һуңғы йылдарҙа күп нәмә эшләнек. Бына бөгөн ике ФАП астыҡ, әммә беҙҙең алда тағы ла ҙурыраҡ бурыстар тора. Уйланылғандарҙы тормошҡа ашырырға насип булһын, - тип бөтә өлкәләрҙең дә райондың үҫешенә ҙур өлөш индереүен, ә ауыл хужалығы – район иҡтисадының нигеҙен тәшкил итеүсе төп йүнәлештәрҙең береһе булыуын билдәләне.

 Эйе, ил иҡтисадын, уның тормошон ауыл хужалығынан һәм был өлкө үҫешһен өсөн ал-ял белмәй, иртә таңдан ҡара кискә тиклем тир түккән ябай эшсәндәрҙән тыш күҙ алдына килтереп булмай. Байрам уңайынан бер төркөм хеҙмәт батырҙарына лайыҡлы наградалар тапшырылды, тырышып эшләгән, ауыл хужалығы тармағы үҫешенә тос өлөш индергән ауыл эшсәндәренә ҙур хөрмәт күрһәтелде.

 Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Тәүәкән” йәмғиәте ветфельдшеры Әбделмәнов Фәтих Зиннәт улы, “Мораҡ һөт заводы” ауыл хужалығы предприятиеһының слесарь-ремонтнигы Васильев Александр Демьянович, “Октябрь” кооперативының машина менән һауыу операторы Зиновьева Тамара Анатольевна, район ветеринария станцияһының Мәҡсүт участкаһы ветфельдшеры Искәндәров Лизем Мөхәмәтвәли улы, Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалы мастеры Мусин Фәрғәт Рәфҡәт улы, “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәте механизаторы Паршин Александр Владимирович, ”Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте механизаторы Сәлихҡолов Венер Ғәйнулла улы, Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалы мастеры Сафонов Петр Михайлович район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр.

 

 Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалы мастеры Антимонов Леонид Петровичҡа,  “Күгәрсен агросәнәғт берекмәһе” йәмғиәтенең иретеп йәбештереүсеһе Диңгеҙбаев Хәниф Зинур улына, “Чапаев исемендәге колхоз” кооперативының эре малдарҙы һимертеү буйынса операторы Николаев Николай Серафимовичҡа, “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәтенең йәш малдарҙы үҫтереү буйынса операторы Пищик Юрий Николаевичҡа, “Тәүәкән” йәмғиәтенең баш бухгалтеры Талипова Нәркәс Рәфис ҡыҙына район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.

 Яҡташтарына ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып торған махсус хәрби операция яугирҙары район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. 

Тәбрикләү һүҙҙәре, ҡотлауҙар район мәҙәниәт һарайының һәм үҙешмәкәр артистарҙың йөкмәткеле һәм сағыу номерҙары - йыр-моңдары менән үрелеп барҙы.

Розалия ИСҠУЖИНА.

 

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас