Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2025, 11:01

Быуындар ауыртыуынан ярҙам итә

50 йәштән һуң быуындар менән булған проблемалар ҡалҡып сыға башлай. Шуға ла түбәндәге рецептты бер үк урап үтә күрмәгеҙ.

250 мл һыу, 50 г һоло көрпәһе, 100 мл әфлисун һуты, 1 аш ҡалағы иҙелгән сәтләүектәр, 1 аш ҡалағы бал, тәменә ҡарап дәрсен (корица) алына.
Һоло көрпәһе менән һыуҙан бутҡа бешерегеҙ. Унан һыуытырға ҡуйығыҙ.
Шул арала әфлисун һуты менән дәрсенде (корицаны) бал менән сәтләүекте ҡушып болғатығыҙ.
Был ҡушылманы һоло бутҡаһына ҡушығыҙ ҙа блендер аша үткәрегеҙ.
Был коктейль организм өсөн мөһим матдәләргә бай.
Ике аҙнанан үҙегеҙҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе тойорһоғоҙ.

Автор:
Читайте нас