Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2025, 04:57

Һырғанаҡ – витаминдар сығанағы.

Һырғанаҡ – витаминдар сығанағы. Унда файҙалы С витамины  цитрус емештәрендәгенә ҡарағанда – ике тапҡырға, ә Е витамины бойҙай майындағына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк

Һырғанаҡ – витаминдар сығанағы.Һырғанаҡ – витаминдар сығанағы.
Һырғанаҡ – витаминдар сығанағы.

 

Был емеш башҡа витаминдарға, шулай уҡ антиоксиданттарға һәм майлы кислоталарға ла бай. Улар тирене сәләмәт һәм йәш көйө һаҡларға ярҙам итә.  

Һырғанаҡ менән баллы сәй – иң яҡшы антидепрессант.  Быны ғалимдар иҫбатлаған. Шулай уҡ бик яҡшы ялҡынһыныуға ҡаршы тороу сараһы. Өҫтәүенә, үҙе бик тәмле лә!

Сәй әҙерләү өсөн 150 г һырғанаҡ, ике ҡалаҡ ҡара сәй, ике ҡалаҡ бал һәм 500 мл һыу кәрәк.

Емештәрҙе яҡшы итеп йыуып, 2/3 өлөшөн ҡалаҡ менән иҙегеҙ. Сәйнүккә ошо иҙмәне һәм ҡалған емештәрен һалып, ҡара сәй өҫтәп, ҡайнар һыу ҡойоғоҙ.  Сәйнүкте туҡыма менән урап, 10 – 15 минут тотоғоҙ.  Әҙер булғас, сынаяҡҡа ҡойоп, бал ҡушып эсергә мөмкин. Уны шулай уҡ ҡара сәй ҡушмай ғына ла әҙерләргә мөмкин.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас