Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2025, 04:25

Яңы йыл илебеҙгә именлек, бәхет килтерһен

 Шаулап-гөрләп тағы ла бер йыл үтеп китте. 2024 йылды тарих биттәрендә ҡалдырып, беҙ ҙә Яңы 2025 йылға аяҡ баҫтыҡ. Райондың бөтә ауылдарында ла тиерлек Яңы йылға арналған байрам саралары уҙғарылды.

30 декабрҙә районда иң күңелле, шат ауаздарға тулы урын ҡайҙа булған тиһегеҙме? Ул, әлбиттә, Мораҡтағы Зәйнәб Биишева исемендәге ял итеү паркында. Был көндө мораҡтар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Яңы 2024 йылдың хужаһы – Йылан һәм башҡа әкиәт геройҙары менән Яңы 2025 йылды ҡаршы алды.

 Яңы йыл - ул хыялдарҙың ҡанатланған һәм үткән эштәргә йомғаҡ яһау осоро. Район хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы Исҡужин Мораҡ ауылы халҡын, ҡунаҡтарҙы, райондаштарҙы ҙур байрам менән тәбрикләп, уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, районыбыҙ эшсәндәренең уңыштарына, киләсәккә ҡоролған пландарға туҡталды.

 Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы Денис Сулпан улы Айытҡолов йыйылыусыларҙы етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, ауыл биләмәһе хакимиәте алдан иғлан иткән конкурс еңеүселәрен – офистарҙы, административ биналарҙы, торлаҡ йорттарҙы һәм улар янындағы урындарҙы байрамса биҙәүселәргә һәм үҙәк майҙанда иң матур боҙ һындарын эшләүсе оҫталарға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. 

 Һәр йылдағыса яңы йыл байрамына ҡара көстәр ҡаршы сыҡты, уны өҙөргә, йәмен ебәрергә тырышты. Шулай ҙа халыҡ, балалар ярҙамы, йыр-бейеү, уйын-көлкө менән яуыздарҙың күңеленә юл табылды, байрам дауам итте. Халыҡ та Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Йылан, Аждаһа һәм башҡалар менән көлдө, уйнаны, бейене, күстәнәстәр менән һыйланды. Сағыу төҫтәр менән янып торған Шыршы, боҙ ҡаласығы балаларға ғына түгел, ололарға ла оҡшаны.

Сәхнә оҫталарыбыҙ – Нәғим Нуриманов, “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө, Зөлфиә Илмөхәмәтова, Фәрүәз Миңлебаев, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр вокал ансамблдәре йыр-моңдары менән һөйөндөрҙө.

Байрамдың рәсми өлөшө тамамланғас та боҙ ҡаласығы гөрләүен дауам итте: балалар бәүелсәктәрҙә бәүелде, тауҙан шыуҙы.

 

Ҡотлайбыҙ!

Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте яңы йылға арналған сморт-конкурсҡа йомғаҡ яһаны һәм ҡарар итте:

*Мораҡ ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары, тос өлөш индергәндәре һәм әкиәт боҙ һындары эшләгәндәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырырға:

- “Башкирэнерго” йәмғиәтенең Мораҡ район электр селтәрҙәренә;

- “Мораҡ” нефть ҡыуҙырыу стацияһына;

 - “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы юл төҙөү-ремонтлау-идаралығына;

- “Гарантстрой” йәмғиәтенә;

- Мораҡ үҙәк район дауаханаһына.

*Мораҡ ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары, тос өлөш индергәндәре һәм үҙ объекттарын байрамса биҙәгәндәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырырға:

- Балалар ижады үҙәгенә;

- Күгәрсен район ветеринария станцияһына;

- З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенә;

- “Уралҡай” балалар баҡсаһына;

- “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһына;

- З.Биишева исемендәге балалар баҡсаһына;

- “Шишмәкәй” балалар баҡсаһына;

- Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенә;

- мәғариф бүлегенә.

*Мораҡ ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм “Яңы йыл минең тәҙрәмдә” номнацияһында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт хаттары тапшырырға:

- Мораҡ 1-се урта мәктәбенә;

- М.Ғ.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһына.

*Мораҡ ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм Яңы йыл шыршыһын биргәндәре өсөн 84-се янғын-ҡотҡарыу часына рәхмәт хаты тапшырырға.

*“Минең Яңы йылғы йортом”номинацияһында үҙ йорттарын байрамса биҙәгәндәре өсөн Мальковтар ғаиләһенә (Ленин урамы, 50А), Әмәкәсовтар ғаиләһенә (Еремин урамы, 21/2), Золотухиндар ғаиләһенә (Комсомол урамы, 4), Ҡотлобулатовтар ғаиләһенә (Беренсе Май урамы, 16) һәм Столбецовтар ғаиләһенә (Сауҡалыҡ урамы, 2В) рәхмәт хаттары тапшырырға.

*Шәхси эшҡыуарҙар араһында “Үҙҙәренең объекттарын яңы йылға биҙәгәндәре өсөн” Әлим Мустафаевҡа (емеш-еләк һәм йәшелсәләр), Наталья Шимкинаға (“Батыр” магазины), Әлфиә Гавриловаға (“Үҙәк” сауҙа йорто) рәхмәт хаттары тапшырырға.

*Мораҡ ауылында Боҙ ҡаласығы төҙөүгә тос өлөш индергәндәре һәм әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт хаттары тапшырырға:

- Петров Василий Викторовичҡа, шәхси эшҡыуар;

- Вәлитов Рәүф Әхмәҙулла улына, рәссам-биҙәүсе;

- Латипов Азат Сәхәб улына, рәссам-биҙәүсе;

- Чадин Андрей Федоровичҡа, рәссам-биҙәүсе.

*Мораҡ ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм Сауҡалыҡ биҫтәһендә балалар өсөн таусыҡ эшләгәндәре өсөн Хунафин Валерий Хәкимйән улына һәм Кузнецов Евгений Александровичҡа рәхмәт хаттары тапшырырға.

Розалия ИСҠУЖИНА.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас