Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2025, 05:23

Ҡулдарығыҙ ярыламы?

Өй шарттарында әҙерләнгән крем ярҙам итер.

   Тәүҙә 1 л йылы һыуға ике ҡалаҡ тоҙ һалып, ҡулдарҙы шунда 10 минут тотоп алырға кәрәк.  Һуңынан уларҙы йыумайынса ғына үҙең әҙерләгән майҙы һөртөргә була.
Ул бер йомортҡа һарыһы, бер ҡалаҡ бал һәм бер стакан үҫемлек майы ҡушып әҙерләнә. 20 минут тотҡандан һуң, ҡулдарҙы йыуырға ла мөмкин. Тиреһе йомшаҡ һәм һығлымалы ғына булып ҡалыр.  3 – 4 көндә ярылыуы ла бөтөр.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас