Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2025, 06:01

Күгәрсендә халыҡ берҙәм, күгәрсендәр - уңғандар!

Күгәрсендәр - берҙәм халыҡ,күгәрсендәр - уңғандарХалыҡтар берҙәмлеге, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көндәре уңайынан ҙур тантана үтте. 

Күгәрсендә халыҡ берҙәм, күгәрсендәр - уңғандар!Күгәрсендә халыҡ берҙәм, күгәрсендәр - уңғандар!
Күгәрсендә халыҡ берҙәм, күгәрсендәр - уңғандар!

Күгәрсендәр - берҙәм халыҡ,
күгәрсендәр - уңғандар
Кисә район халҡы Халыҡтар берҙәмлеге, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көндәре уңайынан ҙур тантанаға йыйылды. Сарала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, ауыл хужалығы өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергән хөрмәтле ветерандар, алдынғы эшсәндәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, райондың предприятие, учреждение, ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.
Сара башланыр алдынан етәкселәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм һәләк булыусылар хөрмәтенә булдырылған Еңеү аллеяһына юл алды, “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә, обелискыларға сәскәләр һалды.
Сараның тантаналы өлөшөн район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин асты, һөҙөмтәләрҙе барланы, ауыл хужалығы өлкәһендә ал-ял белмәй оло намыҫ менән эшләгәндәргә наградалар тапшырҙы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас