

Әйткәндәй, беҙҙең киләһе бүләк отош 5 ноябрҙә үтәсәк, унда одеял, плед, таҫтамал кеүек көнкүрештә кәрәк әйберҙәр уйнатыласаҡ. Ә 12 ноябрҙә редакциябыҙҙың дуҫы, даими бағыусыһы Рафиҡ Ноғоманов алып биргән кофеваркаларҙы отторасаҡбыҙ. 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылып, квитанцияларығыҙҙы беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса йәки 8-937-836-9553 телефонына фотоға төшөрөп ебәрергә онотмағыҙ!
- Район гәзитен “Хеҙмәткә дан” исеме менән сыҡҡандан алып, 85-се йылдарҙан алдырабыҙ, - ти Хәнифә Әнүәр ҡыҙы гәзит менән дуҫлығығыҙ ҡасандан тигән һорауға. – Ғөмүмән әйткәндә, беҙ - гәзит-журнал уҡып үҫкән быуын. Бала саҡта ата-әсәйем дә гәзит-журналға күп яҙыла торғайны, республика, район баҫмаларынан бер ҙә өҙөлмәнек. Республика журналдарында сыҡҡан әҙәби әҫәрҙәрҙе көтөп алғаным әле лә хәтерҙә. Атайым хаҡлы ялға сыҡҡансы почтальон булып эшләне, ҙур-ҙур сумкаларҙы тағып, уға гәзит-журнал таратыша ла торғайныҡ, - ти ул гәзит уҡыу ғәҙәте бала саҡтан һалыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.
- Үҙебеҙ айырым донъя көтә башлағас та, ғаиләнән килгән, ҡанға һеңгән ғәҙәт буйынса гәзит-журналдарҙан айырылманыҡ, төрлө баҫмаларға яҙылабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Гәзиткә яҙылып, бүләк отҡаным булманы, тәүҙә ышанманым әле. Квитанцияны бүләк отошҡа ебәргән почтальоныбыҙға ҙур рәхмәт! Шуға башҡа гәзит уҡыусыларҙы әүҙемерәк булырға саҡырам, бүләк отоу өсөн генә түгел, ә үҙебеҙгә рухи аҙыҡ алыр өсөн дә район гәзиттәренә яҙылығыҙ, уҡығыҙ! – тигән кәңәштәрен дә бирҙе алсаҡ, ихлас күңелле мәғариф эшсәне.