

20 октябрҙә, белеүегеҙсә, Ашнаҡсылар көнө билдәләнде. Халыҡ-ара статусҡа эйә булған был байрамға Бөтә донъя кулинарҙар берекмәләре ассоциацияһы тарафынан 2004 йылда нигеҙ һалына. Рәсәйҙә кулинария фән булараҡ 18-се быуатта үҫешә башлай.
Район мәктәптәрендә эшләгән алтын ҡуллы, мөләйем йөҙлө, уңған ашнаҡсы апайҙар тураһында яҙмаларыбыҙ баҫмабыҙ биттәрендә әленән-әле донъя күреп тора. Бөгөн хөрмәтле гәзит уҡыусыларын тағы ла шуларҙың береһе – З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә өлкән ашнаҡсы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡарыусы Гөлнара Бикбаева менән таныштырып үтмәксебеҙ.
Шағир телендә әйткәндә, “ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр, ҡаҙан аҫыр” егәрле, ныҡ ҡатын ул. Был гүзәл зат өсөн эштең ағы-ҡараһы юҡ, төрлө йылдарҙа йыйыштырыусы хеҙмәтенең дә, балыҡ таҙартыу һәм эшкәртеү эшенең дә ауырлығын үҙ елкәһендә татый. Әммә үҫмер генә сағынан һайлап алған ашнаҡсы һөнәре йәненә һәр саҡ яҡыныраҡ булып ҡала.
Яҡты йөҙлө, күркәм булмышлы Гөлнара Ғәли ҡыҙы тамырҙары менән Ҡанаҡас ауылынан. 1975 йылдың 30 ноябрендә алты бала тәрбиәләнгән татыу һәм эшһөйәр ғаиләлә тыуа. Әсәһе Фәүзиә Дәминдәр ҡыҙы колхоздың бер ауыр эшенән ситтә ҡалмай, атаһы Ғәли Ғәйзулла улы Байғазаҡов алдынғы водитель була, аҙаҡ һарыҡ фермаһында эшләй. Ғаиләлә бер бөртөк ҡыҙыҡай, өҫтәүенә кинйә булһа ла, Гөлнара ла ағаларына эйәреп кесе йәштән ауыл эше менән сынығып үҫә. Әсәһенә гектарлап бүленгән сөгөлдөрөн дә утап, эшкәртеп, йорт араһында ла ҙур ярҙамсы булып, сибек кенә ҡулдары менән һыйырын да һауыша. Ғәзиз кешеләре хәҙер күптән мәрхүм инде; ағаларының өсөһө Өфөлә йәшәй, икеһе район ерендә төпләнгән. Кесе ағаһы Өфөнән ҡайтып тыуған йортоноң именлеген, төҙөклөгөн хәстәрләп китә, ауыл байрамдарында, йәки йәмле йәйҙәрҙә алты туған төп йортҡа матур ғаиләләре менән бергә-бергә йыйылыша, атай нигеҙен һыуытмай.
Бик иртә әсәһенең ҡул араһына инеп, аш-һыу әҙерләү серҙәренә төшөнгән Гөлнара Урыҫ Ҡанаҡасы ауылында төп дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағас, Мәләүез ҡалаһы 42-се һөнәрселек училищеһына уҡырға бара. Өс йыл уҡып, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергәс, Мораҡ ауылындағы икмәкханала тәүге хеҙмәт тәжрибәһен ала,
юлдарында икенсе яртыһын осратып, башлы-күҙле булырға ла өлгөрә. Бер нисә йыл Гөлнара Ғәли ҡыҙы Мораҡ район үҙәк дауаханаһы ашханаһында эшләп, үҙ һөнәре буйынса тәжрибә туплай. Был осорҙа йәш ғаилә Мораҡ район үҙәк дауаханаһынан бирелгән дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәй. Аҡҡоштарҙай матур парҙың икенсе улдары ла ошонда тыуа. 2001 йылда хәләл көс менән төҙөлгән яңы йорттарына инә уңғандар. Совхоз яғындағы урамда төпләнгәс, юл ыңғайлығын иҫәпкә алып, З.Биишева исемендәге мәктәпкә йыйыштырыусы булып эшкә сыға. Унан һуң ашнаҡсы, өлкән ашнаҡсы булараҡ дәртләнеп эшләп киткәндә, туҡланыу системаһына индерелгән “аутсорсинг”ҡа күңеле ятмайынса, ваҡытлыса эшенән арынып тора, йыл ярым “Атлант” балыҡ цехында намыҫлы хеҙмәт күрһәтә.
Хәҙер инде 2023 йылдың сентябренән башлап ул йөрәгенә яҡыныраҡ тойолған, гел үҙенә тартып торған һөнәрен яратып башҡара.
- Беҙҙә яҡынса 153 бала туҡлана, аталары махсус хәрби операцияла булған, һаулығы сикләнгән балалар өсөн ике тапҡыр ҡайнар аш әҙерләйбеҙ. Тауыҡ итенән былауҙы, кәтлит менән рис бутҡаһын, сырлы макаронды балалар айырыуса яратып ашай. Ярҙамсыларым Әлфира Шәңгәрәева һәм Светлана Трофимова менән өс тағандай беҙ. Берҙәм булғас, эшебеҙҙе яратҡас, һәр нәмәгә өлгөрәбеҙ. - ти ихлас күңелдән өлкән ашнаҡсы.
Өлкән ашнаҡсы иңдәренә ҙур яуаплылыҡ төшкәне, эшенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ булыуы тураһында әйтеп тә тораһы түгел: аҙыҡ-түлектең етештерелгән ваҡытын, сифатын ҡарап-тикшереп, ҡабул итеү; үҙ ҡулдарың менән ит изделияларын эшләү, район мәғариф бүлеге технологы Гүзәл Фирҙәүес ҡыҙынан килгән менюнан тайпылмайынса, ярҙамсылары менән һәр ризыҡты аппетитлы итеп әҙерләү; ашхананың таҙалығын, йәғни санэпидемиологик нормаларға ярашлы булыуы өсөн яуап тотоу... Күп ваҡытта ҡағыҙ эштәрен өйгә лә алып ҡайтырға тура килә.