

Күптәр йүкә сәскәһен сәй итеп эсә. Өй шарттарында сәй әҙерләү өсөн киптерелгән 2 ҡалаҡ сәскәгә 500 мл ҡайнар һыу ҡойорға кәрәк. 20 минут самаһы төнәтергә. Сәй бүлмә температураһына тиклем һыуынырға тейеш.
Тәүлегенә 2-3 тапҡыр 150-200 мл эсергә кәңәш ителә.
“Етен майы омега-3 май кислотаһы булған альфа-линоль кислотаһына бай. Дислипидемия һәм атеросклероз булған кешеләрҙә етен дөйөм холестеринды кәметеүгә булышлыҡ итә. Иң яҡшыһы - етен майын ҡулланыу. Уны дарыуханаларҙан һатып алырға кәңәш ителә. Ҡабул итеү схемаһы: тәүлегенә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ. Дауалауҙың максималь оҙайлығы - 21 көн. Май тәмһеҙ тойолһа, ниндәй ҙә булһа емеш киҫәге (алма йәки мандарин) менән бергә ҡулланырға мөмкин.
Көндәлек ризыҡтарға блендерҙа ваҡланған н етен орлоҡтарын өҫтәү ҙә файҙалы”, - тип яҙыла медицинаға ҡағылышлы гәзиттә.
Уны төрлөсә әҙерләргә була. Бер рецепт: 200 г һолоны йыуғас, өҫтөнә 1 литр һыу ҡойоп, әкрен генә утта 45-60 минут ҡайнатырға. Ашарға 30 минут ҡалғас, тәүлегенә 2-3 тапҡыр 1/3 стакан ҡулланырға кәңәш ителә.
Дарыу препараттарын йәки халыҡ медицинаһы ысулдарын ҡулланыу холестеринды кәметеүгә килтерә. Әммә йәшәү рәүешен һәм рационды төҙәтеү ҙә кәрәк. Организмда липидтарҙың адекват алмашыныуын тергеҙеү өсөн Рәсәй Кардиология йәмғиәте түбәндәге тәҡдимдәрҙе үтәргә тәҡдим итә: кәүҙә ауырлығын тотоу, йәғни артыҡ һимермәү; физик әүҙемлек; күнекмәләр эшләү; йәйәү йөрөү; дөрөҫ туҡланыу; тоҙҙо аҙыраҡ ҡулланыу (көнөнә 5 грамдан да артмаҫҡа тейеш); тәмәке тартмау, алкоголле эсемлектәрҙән баш тартыу.
Иҫкәрмә. Бөтә кешенең дә организмы бер төрлө түгел: кемгәлер яраған ысул икенсе берәүгә килешмәҫкә мөмкин. Шуға ла өҫтә яҙылғандарҙы ҡулланыр һәм һынап ҡарар алдынан белгес менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА әҙерләне.