Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2025, 14:49

Йәшел картуфты нимә эшләтергә?

Уны кешегә лә, малға ла ашарға ярамай, тиҙәр. Әммә бик һәйбәт ҡулланышы барлығын беләһегеҙме

Йәшел картуф - орлоҡҡа бик шәп!
Яҙ көнө йәшел картуфты, ғәҙәти картуф кеүек үк, алдан уҡ баҙҙан сығаралар.
Ул дымлы ергә эләккәнсе мул үҫентеләр бирмәй.
Үҫентеләр шытып сыҡҡанда ҡалын һәм ҡыҫҡа була, әммә ғәҙәти орлоҡло картуф кеүек ныҡ оҙонайып китмәй.
Йәшел картуф ерҙә лә тигеҙ үҫә һәм тигеҙ шытымдар бирә.
Шуға күрә йәшел картуфты ашап булмаһа ла, орлоҡҡа ҡалдырып мул уңыш алырға була.

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас