Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2025, 07:04

Иң шәп атайҙар ҡайҙа? Үҙебеҙҙә!

21 октябрҙә Өфөләге юғары уҡыу йорттары кампусында “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Йәмәғәт наградаһы республиканың төрлө ҡала һәм райондарында йәшәүсе һәм әүҙем тормош алып барыусы иң шәп атайҙарға тапшырылды.  Ир-аттар  “Ватанды һаҡлаусылар”, “Хәстәрлек һәм һиҙгерлек”, “Ғаилә династияһы”, “Атайым - активист” номинациялары буйынса бүләкләнде.  Жюри 178 кандидат араһынан 34 кешене һайлап алған. Еңеүселәр араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа бар. Мораҡ ауылында йәшәүсе, күп бала тәрбиәләүсе Зөфәр Иҙрисов “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсының “Хәстәрлек һәм һиҙгерлек” номинацияһы еңеүселәренең береһе булды.

Иң шәп атайҙар ҡайҙа? Үҙебеҙҙә!Иң шәп атайҙар ҡайҙа? Үҙебеҙҙә!
Иң шәп атайҙар ҡайҙа? Үҙебеҙҙә!

Иҙрисовтар 6 балаға матур тәрбиә биреп, уларҙың һәләттәрен һәр яҡлап асыуға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән райондың күркәм ғаиләләренең береһе. Зөфәр Сәфәрғәле  улын һәм уның ғаиләһен лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ!

Әйткәндәй, Зөфәр Сәфәрғәле улы эштә булыу сәбәпле, наградаһы тормош иптәше Гөлнара Иҙрисоваға тапшырыла. 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас