Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2025, 09:28

Ҡан баҫымы юғары булғандар өсөн кәңәштәр

Көнөнә 1,5-2л һыу эсергә кәрәк, ул ҡан әйләнешен яҡшырта. Гипертониктар өсөн магний – иң кәрәкле микроэлементтарҙың береһе, уға урман сәтләүеге, соя, йәшел тәмләткестәр бай. Калций ҙа ҡан баҫымын төшөрә, ул күрәгә, инжир, кипкән балыҡта, һөт ризыҡтарында күп. ҺУҒАН-ҺАРЫМҺАҠлап, тәгәрәткән бәрәңге ашарға кәрәк. Норманан артҡан һәр 4-5 кг ауырлыҡ артериаль ҡан баҫымын 5 миллиметрға күтәрә. Шуға күрә артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға тырышығыҙ.

Көн һайын 2-3 саҡрым йәйәү йөрөү ҡан баҫымын төшөрә, йөрәктә ишемия ауырыуы, шулай уҡ диабет килеп сығыу ихтималлығын кәметә.

Тәүлеклек тоҙ миҡдарын 5-6 миллиграммдан арттырыу зыянлы.

Ҡан әйләнеше насарланғанда, баш ауыртҡан осраҡта көнөнә берәр стакан БАЛАН СОГЫ эсеү файҙалы.

Йәшелсә, емеш, һөт ризыҡтары, бигерәк тә ЭРЕМСЕК менән туҡланыу һәйбәт.

Көненә ике-өс тырнаҡ ҺАРЫМҺАҠ ашарға кәрәк.

Көнөнә 40-50 грамм  БОЯРЫШНИК емеше ашап ҡуйһаң яҡшы.

 

37-40 градуслы йылы һыуға аяҡтарҙы тығып ултырырға кәрәк. Һыу һыуынғансы 20 минут үтә, шул ваҡытта ҡан баҫымы 15-20 миллиметрга төшә.

УКРОП ОРЛОҒО ҡан баҫымын кәметә. 2 аш ҡалағы укропты 0,5 литр эҫе һыу менән төнәтергә, 1-2 бал ҡалағы эсергә.

Автор:
Читайте нас