Ирек Юдаев, Ялсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Ил төкөрһә – күла, күмәкләгән яу ҡайтарған тип юҡҡа ғына әйтмәйәҙер. Ауыл халҡы ысын мәғәнәһендә ярҙам итергә атлығып тора. Хоҙайбирҙинда селтәр үрергә башлыса хаҡлы ялдағылар йөрөй. Бөгөнгө көндә улар барлығы 275 селтәр үреп, Махсус хәрби оперцияһы биләмәһенә ебәрҙе. Ялсылар ҙа ҡалышмай – 140 селтәр тапшырҙылар. Бынан тыш, даими рәүештә гуманитар ярҙам да ебәреп торабыҙ, июлдән бирле аҙна һайын “Йома хәйере” тип ярҙамға аҡса йыябыҙ. Хоҙайбирҙиндар бер йомала ғына 18 мең йыйһа, Һапаш, Ялсы, Вәлит ауылдарында 15 меңдән ашыу аҡса төштө, ҡайһы бер аҙнала 2-3 мең тирәһе була. Халыҡ хәленән килгәнсә өлөш сығарырға тырыша.
Юлбаш ауылынан бер яугирыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡаны, уға күмәкләп 250 меңдән ашыу аҡса йыйып (шуның 33 400 Ялсы, Һапаш, Вәлит ауылынан), “Нива” машинаһы алып, уны тултырып күстәнәстәр, кәрәкле әйберҙәр тейәп оҙаттыҡ. Үткән аҙнала ғына “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” төркөмө аша яугирҙарға 13 меңлек балыҡ аулау селтәрҙәре (дрондар аулау өсөн бик ҡулайлы, тиҙәр яугирҙар) алып бирҙек. Август башында ғына ауыл советы, халҡы көсө менән тағы ла гуманитар йөк ебәрҙек.
Махсус хәрби операцияһы биләмәһендә йөрөгән яҡташыбыҙҙың ата-әсәләре лә һәр ваҡыт ярҙам итеп, көн дә маскировкалау селтәре үрергә йөрөйҙәр.
Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ил алдында хәрби бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Шәхси архивтан алынған фото.