- Һауала унлаған самолет килеп сыҡты. Урамда йөрөгән балалар ергә ятып ҡалды. Ҡурҡыныс булды. Халыҡты йыя башланылар. Атайымды 1942 йылдың ғинуар тирәһендә алдыдар. Әсәйем Алкинға тиклем барып ҡайтты. Һуғышҡа өйрәнеп яталар, тине. Әсәйем Разия менән биш бала тороп ҡалдыҡ. Иң ҙуры Фатима апайым, ул 1926 йылғы ине. Шунан – мин. Хәтимә һылыуым 1938 йылғы. Ике бәләкәс туғаныбыҙ – Таһир менән Зәйтүнә йәй көнө астан үлде. Атайым грамотный булмағас, урыҫ кешеһенән бер хат яҙҙырған. “Ранен булдым, госпиталдә ятам, ике бармағым юҡ” тигәненән башҡа хәбәр килмәне. “Ҡара ҡағыҙ” алдыҡ. Тышта үләндә аунаҡлап ятып иланыҡ, - ти олатай һуғыш йылдарын хәтеренә төшөрөп.
1943 йылдың яҙы ла ҡурҡыныс килә. Аслыҡтан, юҡлыҡтан миктәгән халыҡ ҡар аҫтында ҡалған яҙғы игенде ашап, ағыулана. Әсәләре ҡатыҡҡа әрем һалып ашатып ҡына үлемдән йолоп алып ҡала.
- Күҙҙе лә асып булмай, әсе, “атыу үләһегеҙ” тип әсәй көсләп ашатты, шуның менән тороп ҡалдыҡ, - ти ул.
Лотфулла Өммәтҡол улы 1949 йылда армияға алына. Ике пар сабата менән генә сығып китә ауылдан. Дүрт йыл да туғыҙ ай хеҙмәт итә, һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙеү эшендә ҡатнаша.
- Әрменән ҡайтҡансы, әсәй үлеп киткән, ике бала ғына тороп ҡалған. Колхоз рәйесе өйөң дә насар ғына, урманға ағасҡа бар тигәс, барып ағас алып ҡайттым. Техника юҡ заман, ат менән ташып, бәләкәй генә өй әтмәләп алдым, - ти Лотфулла олатай тормош юлдарын барлап.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына ғүмер юлы үткән олатайҙың тормошо ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡҡа тиң тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Миңзифа инәй (уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә 6 йыл үткән) менән 6 балаға – 4 ҡыҙ һәм 2 улға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биргәндәр. Үҙ көстәре, тырышлыҡтары менән балаларын үҙ аллы тормош юлына баҫтырғандар, барыһының да күптән үҙ донъяһы, үҙ ғаиләһе.
97 йәшлек Лотфулла олатай бөгөнгө көндә абруйлы атай ғына түгел, хөрмәтле һәм ҡәҙерле ҡарататай ҙа. Уның 13 ейән-ейәнсәре, 22 бүлә-бүләсәре бар. Ҡотло нәҫелен дауам иткән сабыйҙарҙы һөйөп, һәр яҡты көнгә ҡыуанып, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәүе менән бәхетле.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Фото ғаилә архивынан алдынды.