Ауыл уттары
Күгәрсен –тыныслыҡ ҡошо,
Улар бик дуҫ йәшәйҙәр.
Беҙҙең ауыл да – Күгәрсен,
Татыу йәшәй кешеләр!
Эйе, тыуған ауылым Күгәрсен - районыбыҙҙағы иң күркәм, иң матур, иң татыу татар ауылы. Ауылдаштарым менән хаҡлы рәүештә ғорурланам: берҙәм, ярҙамсыл, тырыш халыҡ йәшәй беҙҙә.
Ауылға ингән ерҙә ҡунаҡтарҙы өс геройҙарыбыҙҙың фоторәсемдәре ҡаршы ала: Афған һуғышы ветераны, юғары дәрәжәле хәрби осоусы, “Ҡыҙыл йондоҙ” һәм “Ҡыҙыл байраҡ”, “Шайморатов” ордендары кавалеры Илдус Хәлитов; Чечен һуғышы ветераны, гвардия майоры, батальон командиры, “Ҡыйыулыҡ өсөн”, “Батырлыҡ” ордендары”Алтын йондоҙ” һәм башҡа бихисап миҙалдар кавалеры, Рәсәй Геройы Мансур Рафиҡов; “Ҡаһарманлыҡ өсөн”,
I дәрәжә “Хәрби хеҙмәттәге айырым ҡаҙаныштары өсөн”, “Рәхмәтле афған халҡынан”, “Таджикстандағы хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдар, “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордендары кавалеры Фәиз Хәлитов... Улар ысын мәғәнәһендә үҫеп килгән быуынға өлгө булырҙай ҡаһармандар.
Ауылыбыҙҙа һәр ерҙә бөхтәлек, тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрә. Яңы йорттар төҙөлә, йәштәр ҙә ауылда төпләнергә тырышалар, береһенән- береһе уҙҙырып бейек-бейек өйҙәр һалып инәләр, һәр ишек алды һайын еңел машина, бесән әҙерләү өсөн кәрәкле техника ла бар. Тырыштар әмәлен таба: матур йорттар һалып, ҡош-ҡорт аҫрап, мал көтөп, мул итеп баҡса үҫтереп, балалар тәрбиләп йәшәй. Гөл-сәскәләргә күмелгән өйҙәр – ауылдаштарымдың эшсән, уңған булыуына ғына түгел, тормошто яратыуҙарына ла дәлил булып тора тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ.
Ауылыбыҙҙа бер көн дә буш тормай. Ҡыҙыу эш араһында күңел асыу сараларына ла ваҡыт табып, үҙ тормоштарын йәнләндерә, йәм өҫтәй.
Алтын көҙҙөң сыуаҡ бер көнөндә еңел атлетика буйынса ярыштар ойошторолдо. Был сәләмәтлек сараһында олоһо ла, кесеһе лә берҙәй әүҙем ҡатнашты.
Көҙгө йәрминкәгә лә ихлас әҙерләндек. Ауыл мәктәбе эргәһе гөрләп торҙо. Клуб хеҙмәткәрҙәре сараны йәнле, йәмле итеп алып барҙы. Уҡыусылар йыр, бейеү әҙерләп, тамашасыларға тәҡдим итте.
Көҙ байлығынан әҙерләнгән күргәҙмәләр ҙә үҙенсәлекле булды. Уңған хужабикәләр үҙ баҡсаларында хәләл көстәре менән үҫтергән емеш-еләктәрҙән ҡайнатмалар, тәмле бәлештәр бешереп алып килде. Нимәләр генә юҡ бында: тоҙло һәм маринадланған йәшелсәләр, ҡышҡы салаттар, соустар, бал, кәрәҙле бал, ҡорот, май, эремсек кеүек һөт ризытары, ҡул эштәренән ойоҡ-бейәләйҙәр, селтәрҙәр, хатта матур гөлдәр, селек һеперткеләр ҙә бар ине. Сараға килеүселәр балаларҙың һатырға алып килгән әйберҙәрен алып, шат күңел менән таралышты.
***
“Йәшел Башҡортостан” акцияһында ла күгәрсендәр әүҙемлек күрһәтте. Ауылыбыҙҙың урман хужалығы етәксеһе Илшат Маннанов ярҙамсылары менән ағас үҫентеләре менән тәьмин итте. Һәр ағас ауылыбыҙға, илебеҙгә, халҡыбыҙға матур, изге теләктәр әйтеп ултыртылды. Тирә-яғыбыҙ, тыуған еребеҙ йәмле булһын өсөн һәр әһәмиәтле башланғысты күтәреп алырға әҙербеҙ.
Олотау буйындағы шишмәнең тирә-яғы ла ауыл халҡы көсө менән тирә-яғын төҙөкләндерелеп, уратып алдынды. “Ошо изгелекте эшләгән һәр ауылдашҡа ҙур рәхмәт. Бигерәк тә, матди ярҙам һуҙған Ваһапов Фәрғәт Фәрит улы менән Хәлитов Риф Рәшит улына шишмәләр сылтырап аҡҡан һайын сауаптары барып торһон, саф һыу эсеп һөйөнгән һәр кем, ошо эшкә ҡулын һалғандарға рәхмәт уҡыһын” – тип ихлас теләктәрен, рәхмәттәрен еткерҙе ауылдаштар.
***
Ололар көнөнә ауыл мәсетенә йыйылдыҡ. Уны ауылдашыбыҙ Рауил Ғүмәров төҙөткәйне. Ауылыбыҙға ҡот өҫтәп ҡалҡҡан иман йортон, ысынлап та, урап үтеп китеп кенә булмай. Әллә ҡайҙан үҙенә ылыҡтырып, саҡырып, әйҙәп тора. Мәсеткә инеп хәйер һалып, доғалар ҡылғандан һуң, мәҙрәсәгә индек. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар мул итеп байрам табыны әҙерләгән. Ауыл имамы Хәбир туғаныбыҙ доға ҡылып, байрамды асып ебәрҙе. Иң өлкән ауылдашыбыҙ Әкрәм ағай үҙенең йәшлек хәтирәләре, ауыр һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтар тураһында һөйләне. “Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ беҙҙең һымаҡ татыу булһындар ине” тигән матур теләктәрен еткерҙе.
Ветеран уҡытыусы Ниғмәтулла Ваһапов та йылы һүҙҙәрен әйтте, төрлө әһәмиәтле сараларҙы ойоштороусыларҙы маҡтап телгә алды.
Ауыл советы хакимиәте башлығы Айрат Шәрипов район хакимиәте башлығы Марат Исҡужиндың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Мин дә үҙемдең Ололар көнөнә арнап яҙған шиғырымды тәҡдим иттем.
Сәй табыны артында һөйләшеп, матур хәтирәләр менән уртаҡлашып, барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.
***
Ауыл мәҙәниәт йортонда “Балан байрамы” ла күтәренке кәйефтә үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән сара ла күңелебеҙгә ятты. Ябай ғына балан емешенең мең файҙаһы, шифаһы тураһында, хатта ырым буйынса ниндәйҙер сихри көскә эйә булыуын да белдек, баландан бешерелгән тәм-том рецептары менән уртаҡлаштыҡ.
***
Үткән аҙналарҙа, Сөмбөлә көндәренә тура килтереп, “Ҡабаҡ” байрамы ла үткәрҙек ауылда. Көҙгө көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта уңыш йыйып көҙгө байлыҡты келәттәргә һалыу шатлығын уртаҡлашыуға арналған йола байрамына ауыл халҡы дәррәү килде.
Уңған хужабикәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, “Ак калфак” ойошмаһы ҡыҙҙары ҡабаҡтан төрлө композицияларҙан күргәҙмә тәҡдим итте, байрам табынына ҡабаҡтан икмәк, бәлеш, ҡоймаҡ, бөйөрөктәр, повидло, ҡайнатма, ҡабаҡ һуты һәм башҡа, һәм башҡа тәғәмдәр бешерҙе.
Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған сара ауыл халҡы күңеленә хуш килде. Көҙ темаһына бәйле төрлө уйындар уйнап, бер аҙға булһа ла, донъя мәшәҡәттәренән арынып, тәмле самауыр сәйе эсеп, матур байрамдан дәрт алып, киләһе йылда ла уңыштарға һөйөнөп, именлектә йәшәргә яҙһын ине, тип матур теләктәребеҙҙе әйтеп таралыштыҡ.
***
Республика һәм районыбыҙҙың тыуған көнөнә арналған саралар сиктәрендә “Веломарафон” һәм “Скандинав йөрөш марафоны” ойошторолдо. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған спор ярышы күп йылдар мәктәптә автобус водителе булып эшләгән Зилфат Абдуллин тәҡдиме менән үткәрелде. Ауыл чатына “Әйәҙәгеҙ, шундай сара үткәрәйек” тип яҙыуы булды, барыһы ла бер тауыштан риза булып, күтәреп алды.
Көн ҡояшлы ла, һалмаҡ ҡына елле лә ине. Велосипедта йөрөргә яратыусылар көндөҙгө икелә ауыл осонда йыйылды. Улар араһында ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа бар ине. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң өлкәне Шәмсиә Ваһапова булһа, ир-аттар араһында - Ниғмәтулла Ваһапов, иң кесе ҡатнашыусы – 3 йәшлек Радмир Дусалиев менән 4 йәшлек Алина Абдуллина булды. Уларға матур, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Велосипедсыларҙы яңы обелискы әргәһендә ҡаршы алғас, скандинав таяғы менән йөрөүселәр мәҙрәсә яғына китте. Сарала ҡатнашҡандарҙы мәҙрәсә алдына сәй табыны әҙерләп ҡаршы алдылар.
Дөйөм алғанда, ауылыбыҙҙа ошондай матур ҙа, әһәмиәтле лә саралар, байрамдар йыш үткәрелә. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән йылда ауылдаштарыбыҙ Физ һәм Фәрғәт Ваһаповтар иҫке обелискыны ҡабаттан тергеҙеп, уны яңынан асыу тантанаһы, ауылдашыбыҙ Зилфат Абдуллин яугир яҡташтарыбыҙҙың фотоларын туплап, күргәҙмә эшләүе тураһында ла яҙғайныҡ. Әлеге көндә Зилфат Зариф улы “Данлыҡлы ауылым” күргәҙмәһен эшләргә Күгәрсендең күренекле кешеләре тураһында мәғлүмәт йыя.
Ошо гөрләп торған эш һәм саралар араһында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ла онотмайбыҙ. Уларға ла даими гуманитар ярҙам оҙатып торабыҙ.
Һүҙҙе йомғаҡлап, матур тәбиғәт ҡосағында ултырған Күгәрсен ауылы, уның эшһөйәр, татыу, берҙәм халҡы күңелдә йылы тәьҫораттар ғына уята. Иң мөһиме – ауыл халҡы берҙәм, бөтә изге башланғыстарға оло йәштәгеләр фатиха бирә, йәштәр дауам итә.
Фотолар шәхси архивтан алынды.