Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2025, 06:37

Илһамиәт

Хәким АЛСЫНБАЕВ, БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзаһы “...Минең күңел бейеклектәр көҫәй, Мин Уралда йәшәп өйрәнгән...”  

 

***
“...Сылтыр ғына сылтыр сын-сынаяҡ,
Йыуып һөртһәң, бөтмәй буяуы.
Барсыллығы менән юҡсыллығын,
Һис күрһәтмәҫ ирҙәр уяуы.
..”

  (Был йырҙы ауылдашым Әбйәлилов Сәғәҙей Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә йырлап киткән)

Күкрәк көсө менән малдар таба,
Йәш еткергәс, таһыл ир бала.
Ризыҡтары төшкәс барып сыға,
Әҙәм аяҡ баҫмаҫ ергә лә.

Тауыш - тынһыҙ ғына тарта йөгөн,
Шулай ҡуша уға выжданы.
Ауһа ауа, бәлә һалмайынса,
Илгә ҡайта намыҫ - ир даны.

Төҙ имәндәй егет ауған саҡта,
Ҡолағанда ирҙәр аҫылы.
Башҡа сабый, йәшәү сәмен тоя,
Шунда бит ул тормош асылы...

***
Төн уртаһы.

Ҡағыҙ.

Ҡәләм,
Сәғәт инде өс тулды.
Йоҡо тигән ҡоромағыр
Ауырайтҡандай ҡулды.

Тик шулай ҙа йоҡлап булмаҫ,
Күңелдә шиғыр тыуа.
Бындай төндә бер ни тыумай,
Төпһөҙ күктәрҙән яуа.

Ямғыр түгел, бәхет яуа,
Яуа беҙҙең киләсәк.
Был киләсәк шаҡып түгел,
Өйгә бәреп инәсәк.

Бар булмышың алып ташлар,
Ғаләм упҡындарына.
Бынан бөйөк ләззәт бармы
Ҡәләм тотҡондарына?..

Ҡәләм яҙа шығыр-шығыр,
Тыуа өр-яңы шиғыр.
Бәлки, һинән шағир сығыр,
Бәлки, йәндәрең сығыр.

Етер инде, ят тиҙерәк,
Иртәгә байрам түгел.
Былай ҙа бит йыһан иңләп,
Елләнеп ҡайтты күңел.
Аһ, был тигенгә түгел.

***
Был яҡтарҙың бөҙрә талғынаһы,
Ҡыҫҡа, имеш, хатта күрәндән.
Минең күңел бейеклектәр көҫәй,
Мин Уралда йәшәп өйрәнгән.

Сафатауҙың мәғрур имәндәре,
Һылыу ҡайындары, йүкәһе
Күҙ алдымда тора, был яҡтарҙа
Күпме әле йылдар үтәһе...

Иңҡар итмәйем мин,
Һәр бер яҡтың,
Үҙ хозуры була, үҙ йәме.
Ҡаяларҙа уйнап үҫкәс, күңел
Был һаҙлыҡты яҡын итәрме?
Юҡ, булмаҫтыр...


***
Йәшлегем үтеп китте шул,
Уҙғанын күрмәнем дә.
Күңелгә яҡындың сәсен,
Тағаттым, үрмәнем дә...

Төштәремдә бик йыш алам,
Ошо заттың сәләмен.
Ниңәлер уҫал шаяра,
Минең менән ғаләмем.

Ниндәй төкәнмәҫ яҙҙыр ул,
Көҙҙәр бит яҡынлаша.
Күңелһеҙ генә ҡул болғай,
Йәшлегем йылдар аша...

***
Мин кем һуң ул,
Тыуған яҡтарымһыҙ,
Сат(ы)раһыҙ, тауһыҙ, урманһыҙ.
Түҙемғолдай һауаларым бөтөп,
Ҡайтып киләм илгә, арманһыҙ.

Ҡайтып киләм,
Үҙем план ҡорам,
Бер нәмәгә, тимен, ҡарамай,
Ялан ҡыҙырып сығып китәсәкмен,
Аяҡтарға элеп ҡалтағай.

Әтей менән бесән сабып үҫкән,
Әшәүргән, Ярсыҡ тауына.
Әллә ниңә сыҙап торалмаҫлыҡ,
Шундай итеп күңел ашҡына.

Тик бер көнгә,
Ғәфү итер йәнем,
Һәм аңларҙар әле балалар.
Әллә ниңә үҙ асылым менән
Алыҫайған кеүек аралар..

***
Аһ, ауыр шул бетон ватыуҙары,
Боҙоҡ булһа һауа сүкеше*.
Йән көйөүҙән асырғанып китеп,
Түрә менән алғас төкәшеп.

Сәмләнепме, бәлки бирләнептер,
Тотонаһың эшкә, туҡ та туҡ.
Т.Б.** түгел, хатта чёртың килмәғәе ,
Төшкә тиклем, инде туҡтау юҡ.

Ярты сәғәт үтә,арҡа буйлап,
Йырғанаҡтар булып, тир аға.
Уҡытыусы инең, хәҙер эшсе,
Сыҡтың инде яңы "эраға".

Ябай эшсе,хеҙмәт элитаһы,
Иҫең китер, ниндәй бөйөклөк.
Карабиндар тағы эленмәғән,
Биш метр бит, бында бейеклек.

Ике минут ялға, сүкеште алып,
Бағананы тағы суҡыйым.
Ҡарғаныуҙар түгел, доғаларҙы,
Белгән доғаларҙы уҡыйым.

Иртәгәгә булыр яңы сүкеш,
Тик бөгөнгә генә түҙәйем.
Үҙ йөгөмдө сабыр тартырмын ул,
Тик ҡалдырма мине, Хоҙайым.

*Һауа сүкеше - отбойный молот.
**Т.Б.- хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инспектор.

***
Харасавэй өсөн үҙенсәлек -
Һис кенә лә бөтмәҫ сираттар.
Сталауайҙа телефонын тотоп,
Теҙелешеп киткән ир-аттар.

Ҡатын-ҡыҙҙар сиратһыҙ ҙа үтә,
Улар бында оло почётта.
Ирҙәрҙән дә сират тормайынса,
Үтеүселәр осрай юҡ-юҡта.

Магазинда сират, душевойҙа,
Мунсала ла һәр саҡ, ул сират.
Унда-бында, һис тә көтмәгәндә,
Бәҙрәфтә лә ҡуя осрап.
Харасавэй йәме - ах, сират!

***
Ҡышҡы ҡарҙа төрлө эҙҙәр була,
Юғалалар улар күмелеп буранда.
Кеше күңелендә лә ауыр эҙҙәр була,
Юғалалар улар дуҫтар булғанда.

Ауыр эҙҙәр, ауыр һүҙҙән ҡала,
Әйтәләр бит ауыр һүҙҙәрҙе.
Нахаҡ ғәйеп һәм дә бысраҡ ғәйбәт,
Йәшләндерә күпме күҙҙәрҙе...

***
...Был быҫҡаҡлап яуған ямғырҙарға,
Берәй ҡасан күңел күнер ҙә.
Бер нәмәгә генә күнеп булмаҫ,
Заяларға үтә ғүмерҙәр.

***
Ҡайсаҡ була шундай мәлдәр,
Артып китә самалар.
Ирҙәр иламай тиһәң дә,
Күҙҙән йәштәр тамалар.

Һығылып илай ирҙәр ҙә,
Уттар ҙа өшөй ҡайсаҡ.
Аңлауың кәрәк был мәлде,
Һәм кәрәк һинең ҡосаҡ.

Иртәгә булырмын тағы,
Һыйыныр таш диуарың.
Ғәфү ит инде бөгөнгә,
Ғәфү ит, һөйгән йәрем.

***
Кисә генә яҙға аяҡ баҫҡан инек,
Оҙаҡламаҫ инде көҙө лә.
Миҙгелдәрҙең бик тиҙ алмашыуы,
Олоғая ғына бара һиҙелә.

Өмөттәрең, шатлыҡ-хәсрәттәрең...
Бер туҡтауһыҙ мәрйен теҙелә.
Шашҡын яҙҙа, эй, сабышҡан инек,
Сағыу икән иртә көҙө лә,
Күркәм икән бынау көҙө лә.

Бергә саҡта шатлыҡ сағыуыраҡ,
Ҡайғылар ҙа еңел түҙелә.
Тормош юлын матур үтәйексе,
Мәрйен бит ул, бер мәл өҙөлә...

***
Йонсоу көҙҙөң һоро бысраҡлығын,
Төн эсендә япты ап-аҡ ҡар.
Сафлыҡ кеүек һалҡын ялҡындарҙа,
Ниндәйҙер бер изге тылсым бар.

Устарымды өтә ошо тылсым,
Ҡайнарлығы тама йөрәккә.
Борсолоуҙар түгел, ҡайғыларың
Үтер ах(ы)ры, баҡһаң был аҡҡа.

Йөрәктәрҙе имләр илаһи мәл...
Бөтә донъя ҡалған яҡтырып.
Эй, Хоҙайым, һиңә баш эйәмен,
Булған өсөн ерҙә яҡтылыҡ.


***
Тапалған юлдан баралмам,
Күңелем минең шулай.
Дошманды дуҫым тиә (а)лмам,
Булһа ла шулай ҡулай.

Табалмаһам табалмамын,
Дөрөҫлөктөң йәншишмәһен.
Күңел менән бер туғандай,
Килә татыу йәшәгем.

Ҡырын-мырын мал кәрәкмәй,
Ҡапҡаным булһын хәләл.
Намыҫымдан яҙлыҡмаҫҡа,
Хоҙайым, бирсе әмәл.

***
Йырланы ла егет, эй, йырланы,
Яңғырап торҙо вахта ҡалаһы.
Күңелендә булған аһ-зарҙарын,
Моңға һалды башҡорт балаһы.

Был яҡтарҙа аҡса мул төшә ул,
Тик ғаиләнән ситтә ҡыйын да.
Эш-эш инде, яҡындарҙан алыҫ,
Яңы йылды үткәрәсәк әле быйыл да.

Атаһы ла былтыр үлеп ҡалғас,
Ҡуйырға ла ҡайтып булманы.
Ҡайтармаусы түрә-маҙар түгел,
Туҡтаманы себер бураны.

Аталарын  урыҡ-һурыҡ күреп,
Үҫеп бара ана балалар.
Гел яңғыҙым тиеп мыжый ҡатын,
Һыуынмаҫ та тимә аралар...

Йыр тынғастын ҡырыҫ вахтовиктар,
Гөж килдеште, яуҙы алҡыштар.
Һуңынан да башҡорт йырлаһын тип,
Шаулаштылар әле кавказдар.

Инәлтмәне егет, тағы сыҡты,
Тағы һуҙҙы ярһып “Шахта”ны.
Биттәренән аҡҡан әсе йәштәр,
Ҡәһәрләйҙәр ине вахтаны...

Илһамиәт
Илһамиәт
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас