Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2025, 09:12

Бәшмәкте тоҙлау

1 кг аҡ бәшмәк, бер әнис (укроп) башағы, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, 2 аш ҡалағы тоҙ, 10 бөртөклө ҡара борос, 10 ҡарағат япрағы алына.

Ҡайнаған тоҙло һыуҙа бәшмәктәрҙе ҡайнатырға. Стерилләнгән банка төбөнә әҙерәк тоҙ, 2 бөртөк борос, әнис, ҡарағат япрағы, өҫтәнә бәшмәк һалырға, бәшмәк өҫтөнә тағы ҡарағат япрағы, борос, тоҙ һибеп, йәнә бәшмәк һалығыҙ. Шулай банка тулғансы ҡатлап, тығыҙлап тултырығыҙ. Һуңынан бәшмәк өҫтөнә ҡайнатҡан һыуҙы ҡойоғоҙ. Ҡышҡы ҡабымлыҡ әҙер.

Автор:
Читайте нас