Магнитогорск – Ира трассаһында, Баймаҡ районынында, үлемесле авария теркәлгән.
Өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Сит ил машинаһы юлға сыҡҡан атҡа бәрелә, машинаны ҡаршы һыҙатҡа сығарып ташлай, унда икенсе машина менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә икенсе автомобилдең водителе һәм уның ике пассажиры һәләк була.
Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышын прокуратура күҙәтә.
Дим биҫтәһендәге аварияла иһә тағы ла ике кешенең ғүмере өҙөлә.
"Лады Гранта" автомобиле хужаһы руль менән идара итә аламй. электр бағанаһына бәрелә.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!