Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2025, 05:35

Ислам тәғлимәте

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ. Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә, гонаһ эшләр.

*Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ. Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә, гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт ҡылыр. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек һәм ләззәт бирер.

*Үҙегеҙгә һәм балаларығыҙға насар доға ҡылмағыҙ. Алланың тәҡдиренә риза булығыҙ. Ниғмәттәрен арттырыуҙы һорап, доға ҡылығыҙ. Эшләмәйенсә доға ҡылғандар ҡоралһыҙ һуғышҡа киткән кеүек булыр.

*Үлгәндән һуң үкенмәгән кеше юҡ. Яҡшы кешеләр яҡшылаҡтарын күберәк эшләп өлгөрмәгәнгә үкенер, яман кешеләр, ямалыҡтарынан тыйылып, тәүбә итмәгәненә үкенеп бөтә алмаҫ.

*Эшләгән изгелектәрҙе эшләп бөткәс тә, Аллаһ ризалығына тапшырып, онотоу хәйерле. Яҡшы эштәр тураһында кешеләргә һөйләп, маҡтанып йөрөү – уның сауабын кәметә, хатта бөтөрә.

*Үткән изгелектәреңде кешенең иҫенә төшөрөп, уның өсөн яуапҡа ярҙам өмөт итеү – сауабын бөтөнләй юҡҡа сығара.

*Кешеләр ҡай саҡ яҡшылыҡты онота. Аңламай, ә Аллаһы Тәғәлә онотмай, ҡылған изгелектәребеҙҙе үҙебеҙгә артығы менән кире ҡайтара – шуны һәр саҡ иҫтә тотоғоҙ.

Автор:
Читайте нас