+28 °С
Болотло
Бәшмәктәрҙе таҙартып йыуғас, турап, тоҙло һыуҙа 10-15 минут ҡайнатып алырға. Ит турағыс аша үткәрергә. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турарға, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, кишерҙе, һуғанды ҡыҙҙырғас, бәшмәктәрҙе өҫтәп, тоҙ, май, лавр япрағы, борос һалып, яҡшылап болғатып, сәғәт ярым, ике сәғәт быҡтырырға. Һуңынан аш һеркәһен өҫтәргә. Әҙер икраны стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡас менән ябырға.