Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2025, 10:35

Тоҙло кәбеҫтәнең файҙаһы күп

Тоҙло кәбеҫтәнең кеше организмы өсөн файҙаһы ифрат күп. Мәҫәлән, ул йәш булып ҡалырға ярҙам итә, "насар" холестеринды кәметә. Уның кфайҙалы яҡтары хаҡында сайтта 

Тоҙло кәбеҫтәнең  файҙаһы күпТоҙло кәбеҫтәнең  файҙаһы күп
Тоҙло кәбеҫтәнең файҙаһы күп

1.Иммунитетты нығыта. Тоҙло кәбеҫтә составында бактерияларға һәм вирустарға ҡаршы торорға ярҙам иткән, организм күҙәнәктәренең һәм туҡымаларының ваҡытынан алда ҡартайыуын иҫкәрткән С витамины бар.

  1. Аш һеңдереүҙе яҡшырта. Тоҙланыу процесында барлыҡҡа килгән пробиотиктар эсәк микрофлораһына ыңғай йоғонто яһай, ашҡаҙан-эсәк юлына хас төрлө ауырыуҙар хәүефен кәметеп, аш һеңдереүҙе яҡшырта.

3.Холестерин кимәлен нормалләштерерә. Тоҙло кәбеҫтәләге клетчаткалар “насар” холестерин кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә.

  1. Һимереүҙән һаҡлай. Тоҙло кәбеҫтәне даими ҡулланыу тән ауырлығын нормала тоторға, шулай уҡ ябығырға ярҙам итә. Продукттың калорияһы түбән һәм күҙәнәкле матдәләре юғары, тиҙ асығыу тойғоһонан һаҡлай.
  2. Йәш булып ҡалырға ярҙам итә. Кәбеҫтә антиоксиданттарға һәм башҡа үҫемлек берләшмәләренә бай, ул хроник елһенеү, шешенеү процестарын тотҡарлай һәм күҙәнәктәрҙең һаулығын һаҡлай.
  3. Һөйәктәрҙе нығыта. Тоҙло кәбеҫтәләге фосфор, калий, марганец һәм магний һөйәктәрҙе нығыта, ә К витамины һөйәктәрҙең минераллашыуын көйләүсе аҡһымдар етештереүҙә ҡатнаша. 

 Файҙалы яҡтары күп булыуына ҡарамаҫтан, тоҙло кәбеҫтәнең кемгәлер ярамауы ихтимал:  мәҫәлән, ашҡаҙан һутының кислоталылығы юғары булған кешеләргә, ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙары, гипертония, бөйөр етешмәүсәнлеге булғандарға уны тәҡдим итмәйҙәр.

Авторы - Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас