Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2025, 11:15

Кишерҙе көҙҙән сәсергә була

Мул, эре уңыш алыр өсөн ҡайһы бер йәшелсә-емеште,  киләһе йылға ҡалдырмай, көҙ аҙағында уҡ сәсеп ҡуйырға мөмкин. Шулай эшләгәндә, һуған, һарымһаҡ, кишер һәм башҡалар эре, ҙур булып үҫә.

Кишерҙе көҙҙән сәсергә булаКишерҙе көҙҙән сәсергә була
Кишерҙе көҙҙән сәсергә була

Көҙҙән сәсеп ҡалдырыуҙың ыңғай яҡтары күп. Иң элек - яҙ ваҡытты экономиялау. Күп кенә баҡса эштәре сентябрҙә үк тамамлана. Октябрь һәм ноябрь башында мәшәҡәттәр аҙыраҡ, ә бына яҙ көнө йыш ҡына ваҡыт етмәй.

 Көҙөн сәселгән орлоҡтар күпкә иртәрәк шытып сыға, был үҙ сиратында иртә уңыш алырға мөмкинлек бирә.

Артабан бушаған түтәлгә ниндәй ҙә булһа культуралар (мәҫәлән, укроп, әнис) сәсеп, тағы бер уңыш алырға була.

  Әммә көҙөн сәсеп ҡалдырыуҙың үҙенең ыңғай яҡтары булған кеүек, кире яҡтары ла бар. Мәҫәлән, алдан сәселгән кишерҙең уңышы оҙаҡ һаҡланмаясаҡ, уны шунда уҡ ҡулланырға йәки ҡыҫҡа ваҡытҡа һаҡларға һалырға тура киләсәк.

 Орлоҡтар шытып сығып, шытымдар барлыҡҡа килгәндән һуң төшкән ҡырау ҙа нескә үҫентеләрҙе һәләк итеүе ихтимал.

 Көҙҙән сәсеү өсөн ниндәй орлоҡ һайларға? Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, бының өсөн уртаса өлгөрөү ваҡытын һайлайҙар.

 Сәсеү ваҡыты һауа шарттарына бәйле һәм ул төрлө йылдарҙа төрлөсә булыуы мөмкин. Ғәҙәттә, тотороҡло һыуыҡтар башланып, ер бер аҙ туңғас, һауа температураһы 0... – 2 градусҡа тиклем төшкәс сәсәләр.

 Кишер түтәле ҡояш төшкән, күләгәһеҙ һәм яҡшы елләтелгән урында булырға тейеш. Ҡар һыуҙары ятмаһын өсөн бер аҙ ҡалҡыуыраҡ урында булһа, тағы ла  яҡшыраҡ.

Был йәшелсә йомшаҡ һәм уңдырышлы тупраҡты ярата, балсыҡлы, бер аҙ ҡомло һәм торфлы ер ҙә яҡшы. Шулай уҡ был урынға кишерҙән алда нимә сәселеүе лә мөһим. Иң яҡшыһы - ҡыяр, помидор, кәбеҫтә сәселгән урын.

Түтәлдәрҙе алдан әҙерләү яҡшы. Урынды һайлағас, ерҙе яҡшылап ҡаҙырға (органик-минераль ашлама индерергә лә була), юлдар араһында 20 см ҡалдырып, бураҙналар яһарға кәрәк.

Орлоҡтарҙы ғәҙәти яҙғы сәсеүгә ҡарағанда күберәк алырға һәм тәрәнерәк сәсергә кәрәк. Түтәлдең өҫтөн аҙаҡ ылыҫлы ағас ботаҡтары, көнбағыш һабаҡтары менән ҡапларға була.

 Яҙ ҡар иреү менән түтәлдәге ботаҡтарҙы алып ташларға кәрәк. Яҡшыраҡ һәм тиҙерәк йылынһын өсөн  түтәлде ниндәй ҙә булһа туҡыма булмаған материал менән ҡаплайҙар. Эҫе һәм ҡоро яҙ булғанда һыу һибеү талап ителә, әммә күп ваҡыт үҫемлектәргә ирегән ҡар һыуының  дымы ла етә. Тәүге үҫентеләр барлыҡҡа килгәндән һуң ышыҡты алып ташлайҙар һәм артабан кишерҙе ғәҙәти схема буйынса ҡарайҙар.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА әҙерләне.

Һүрәт асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас