Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2025, 10:15

Һыйлы көнөң – һыйырҙа

"Һыйлы көнөң – һыйырҙа!" Сапыҡта уҙған матур байрам нәҡ шулай аталды.

Һыйлы көнөң – һыйырҙаҺыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа

Сапыҡтарҙың  байрамы халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡтан - хөрмәтле ҡунаҡтарҙы дәртле йыр-моң, сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алыуҙан башланды.

 “Ағинәйҙәр юлы” эстафетаһын  Сирбай ағинәйҙәре (етәксеһе – Миңзада Байтуғанова) башлағайны. Улар оҙаҡ йылдар йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән “Утар” йәмғиәте етәксеһе Азамат Айытҡолов, бик күп бәйгеләрҙә еңеү яулаған Ҡорбанаевтар ғаиләһе ҡатнашлығында “Башҡорт аты” тигән бик матур сара уҙғарҙы.

 Ауылда йәшәүселәрҙең яртыһынан күбеһе умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Үрге Мөрсәләй ауылы ағинәйҙәре (етәксеһе – Гүзәлиә Ҡотлогилдина) апрелдә “Башҡорт балы” тигән бренд сараһын ойошторҙо.

 Артабан эстафетаны мәҡсүттәр (етәксеһе – Резеда Ҡотлобаева) ҡабул итеп алды. Уларҙың май айында ойошторолған бренд сараһы ҡушаҡ (билбау) тегеүҙе тергеҙеүгә арналды. Бында көрәш буйынса тренер-уҡытыусы Артур Мәжитов үҙенең күп район, республика ярыштарында еңеү яулаған йәш көрәшселәре менән ҡатнашты.

  Мәҡсүттәр эстафета вымпелын йомағужаларға (етәксеһе – Әлфиә Хужахмәтова) тапшырҙы. Улар июнь айында “Өйҙөң ҡото - ҡорама” тигән бренд сараһында ҡорама ҡороу алымдары менән таныштырҙы. Райхана апай Йәмилеваның ҡораманан ҡоролған Башҡортостан картаһы, ҡорап теккән күлдәге, башҡа күргәҙмәләр барыһын да хайран ҡалдырҙы. 

Июль айында район һәм Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы ағинәйҙәрен үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған бикбулаттарҙың (етәксеһе – Миңзәлә Ғүмәрова) бренд сараһы “Солоҡ балы” тип аталды. Унда солоҡсолоҡ оҫталары - Миңзаһир ағай Алдашев, Ринат Ибраһимов  та ҡатнашты.

 Исемдәр (етәксеһе – Люциә Яҡупова) август айында район ағинәйҙәрен “Ураҡ байрамы”на йыйғайны.  – “Ағинәй юлы” эстафетаһы сылбырындағы алтынсы “дүңгәләк”.

“Һыйлы көнөң - һыйырҙа” - район ағинәйҙәр ҡороноң “Ағинәй юлы” эстафетаһы сиктәрендә ойошторолған сираттағы сара.

 Сапыҡта уҙған матур байрам хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

 

Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Һыйлы көнөң – һыйырҙа
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас