Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2025, 05:50

Балдар менән сәйҙәр тәмле шул

Башҡорт ере нефткә, рудаға, икмәккә, урманға ғына түгел, ә татлы бал биргән сәскәле болон-яландарға ла бик бай. Умартасылыҡ элек-электән киң билдәле кәсептәрҙең береһе булған, брон халҡыбыҙ солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, яҡындарын татлы ризыҡ менән һыйлаған. Башҡортостан балы, уның бик тәмле һәм файҙалы булыуы тураһында Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә бик яҡшы беләләр.   Беҙҙең Күгәрсен районы бик матур ерҙә урынлашҡан, сылтырап аҡҡан йылғалар, күккә олғашҡан тауҙар, күп һанлы сәскә-үләндәргә бай ҡырҙар-болондар... Тимәк, тәмле һәм яҡшы бал алыр өсөн бөтә шарттар бар.

Башҡорт ере нефткә, рудаға, икмәккә, урманға ғына түгел, ә татлы бал биргән сәскәле болон-яландарға ла бик бай. Умартасылыҡ элек-электән киң билдәле кәсептәрҙең береһе булған, брон халҡыбыҙ солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, яҡындарын татлы ризыҡ менән һыйлаған. Башҡортостан балы, уның бик тәмле һәм файҙалы булыуы тураһында Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә бик яҡшы беләләр.

  Беҙҙең Күгәрсен районы бик матур ерҙә урынлашҡан, сылтырап аҡҡан йылғалар, күккә олғашҡан тауҙар, күп һанлы сәскә-үләндәргә бай ҡырҙар-болондар... Тимәк, тәмле һәм яҡшы бал алыр өсөн бөтә шарттар бар.

***

Умартасылар союзы ағзаһы Руслан Сәлмәнов намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды, ә уның атаһы – хеҙмәт ветераны Марсель Баян улына башҡорт ҡортон һаҡлағаны, умартасылыҡ өлкәһендә әүҙем эшләгәне өсөн район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Аталы-уллы Сәлмәновтар - районда билдәле умартасылар, улар халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе менән байтаҡ йылдар шөғөлләнә.  Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы Руслан Марсель улы баллы шөғөлдө үҙенең төп эше менән уңышлы алып бара, ул “нәҙекәй билкәйҙәр”гә булған һөйөүен күптән инде йәшәү мәғәнәһе һәм рәүешенә әйләндергән.

 

 Руслан Мораҡта педагогтар ғаиләһе – Зифа Ғилметдин ҡыҙы менән Марсель Баян улы Сәлмәновтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Мораҡ 2-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Санкт-Петербург юғары артиллерия команда училищеһына уҡырға инә. 1991-1995 йылдарҙа Волгоград янында Төньяҡ-Кавказ хәрби округында хеҙмәт итә, һуңынан Тажиҡстанға 201-се мотоуҡсылар дивизияһына ебәрелә, Афғанстан сигендә хеҙмәт итә.    

90-сы йылдар аҙағында Руслан тыуған яҡтарына ҡайта, 1999 йылдан алып уның хеҙмәт биографияһы урындағы янғын хеҙмәте менән бәйле. Руслан Марсель улы оҙаҡ йылдар Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт бүлеген етәкләй, эске хеҙмәт майоры дәрәжәһендә отставкаға сыға һәм 84-се янғын-ҡотҡарыу часына эшкә күсә. Тәүҙә часть начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡара, 2013 йылдан алып ул ҡарауыл начальнигы.      

- Умартасылыҡ менән отпускыға ҡайтҡанда, 1998 йылда шөғөлләнә башланым, - тип һөйләй Руслан үҙенең был кәсепкә нисек тотоноуы хаҡында. – Умарта күсе атайымдарҙың ихатаһындағы баланға ҡунды. Мин тәүҙә уны нимә эшләтергә белмәнем. Күрше Николай Петрович Волковҡа кәңәшкә йүгерҙем. Олатайымда иҫке умарта торған булған, ҡорттарҙы шунда индерҙем. Шунан ҡышҡа өс “ғаилә” инде. Тәжрибәле умартасы Евгений Каюков менән Кузьминовканан тағы ла ике ғаилә һатып алдыҡ һәм бер аҙ ваҡыттан минең ихатала 20 баш тирәһе умарта иҫәпләнә ине. Тәүҙәрәк төп эште умартасылыҡ менән бергә алып барыу ауыр булды, ҡорттарға ваҡыт күп кәрәк, шуға 2003 йылда ҡорттарҙы туғаныма бирҙем. Әммә был шөғөлгә кире тотонғо килеп тик торҙо, ул татлы хыял булып ҡала килде. Атайым менән умартасылыҡ тураһында күп китаптар, журналдар  уҡыныҡ. 2011 йылда Янғынға ҡаршы хеҙмәттән отставкаға киткәс – хаҡлы ялға сыҡҡас, Мораҡта йәшәүсе Демьям Митрофановичтан 20 баш күс, бал ҡыуыу ҡорамалы, ҡорттарҙы йөрөтөү өсөн тағылма һатып алып, шөғөлдө дауам иттек. Хәҙер беҙҙең шәхси хужалыҡта 100 баш тирәһе умарта иҫәпләнә. Бал ҡорто тотоу еңел эш түгел, 2014 йылда 60 баштан тик 12 генә тороп ҡалды. 2021 урман-яландарҙы ағыулау арҡаһында 130 баштан 122 баш юҡҡа сыҡты. Ул йылда дәүләт ярҙам итте һәм беҙҙең юғалтыуҙар ҡапланды. Яҡшы умартасы булыу өсөн биолог та, урмансы ла, һатыусы ла булырға кәрәк. Беҙҙе уратып алған тәбиғәтте, үҫемлектәр тураһында, продукцияны һата, баҙар иҡтисадын белергә кәрәк. Тәүҙәрәк баллы шөғөлдө күберәк хобби, мауығыу итеп ҡабул итәһең, бөтә нескәлектәренә төшөнгәс, ул бизнесҡа әйләнә, - ти Руслан.   

 2016 - 2017 йылдарҙа Руслан Марсель улы ҡатыны Айһылыу Миңнулла ҡыҙы менән республиканың баш ҡалаһында үткән бал фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаша. 2018 йылда бал сифаты һәм күргәҙмә әҙерләгәндәре өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Умартасылыҡ һәм апитератпия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дипломдарына лайыҡ булалар.

 Үткән йыл Мәләүез районының Нөгөш ҡасабында уҙған “Тайга балы” сараһында ла диплом алалар. Йыл һайын сентябрь һәм октябрҙә Өфө һәм Сибай ҡалаларында үткән йәрминкәләрҙә ҡатнашалар. 

 Һатып алыусыларға уңайлы булһын өсөн балды махсус һауыттарға һалалар. Хәҙер инде тәжрибәле умартасы Сәлмәновтарҙың даими клиенттары бар, сөнки бер һатып алған кеше кемдең бал сифатлы икәнен яҡшы белә.

***  

 Эштәренең ырауына, мул табышҡа ғаиләнең берҙәм, татыу булыуы нигеҙ булып тора. Булдыҡлы, тырыш ирҙең ғүмер юлдашы – Айһылыу Миңнулла ҡыҙы ла эшкә егәрле, ҡортсолоҡ эшендә иптәшенең уң ҡулы. Улар ике улға ғүмер биргән. Ата-әсә үҙ өлгөһөндә ике балаһын да эшһөйәр, тырыш итеп үҫтерә. Айҙар – атаһы юлын һайлаған, һөнәре буйынса хәрби, Ҡазанда йәшәй. Бәләкәстәре Радмир - Елабуга политехник колледжы студенты. Ялға, отпускыға, каникулға ҡайтыу менән улар ата-әсәһенә ярҙам итәләр, ҡортсолоҡ серҙәренә төшөнәләр.

 Ауыл еренең йәмен-тәмен тойоп, халҡыбыҙҙың боронғо кәсебенән рухи кинәнес алып йәшәүсе ғаиләләргә ысынлап та һоҡланмайынса мөмкин түгел. Баллы шөғөл уларға артабан да мул табыш бирһен.

Анатолий КАЗАКОВ.

Фото Сәлмәновтарҙың ғаилә архивынан.  

 

Автор:
Читайте нас