Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында
декларация ҡабул ителеүгә быйыл 35 йыл булһа, Күгәрсен районының ойошторолоуына - теүәл 95 йыл.
Ул 1930 йылдың 20 авгусында Мораҡ районы булараҡ барлыҡҡа килә һәм быуатҡа яҡын дәүер эсендә төрлө сәйәси ваҡиғалар, тарихи мәлдәр, һынылыштар, күтәрелештәр шаһиты була.
Тарих төпкөлөнә байҡау яһаһаҡ, коллективлаштырыу осоро, халыҡты белемгә әйҙәүгә, грамотаһыҙлыҡты кәметеүгә йүнәлтелгән бихисап әһәмиәтле башланғыстарға юл асыла. 1935 йылда иһә район Күгәрсен районы тип үҙгәртелә. Ул ваҡытта 11 ауыл советы, 33 колхоз, 100 ауыл була, һәр ауылда ауыл хужалығы артелдәре барлыҡҡа килә. Район, республика, ил мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ябай эшсәндәрҙең тырышлығы илдең аяҡҡа баҫыуына, иҡдисади күтәрелешкә булышлыҡ итә. Күгәрсен районы ла Федосья Салтыкова, Иван Буянов, Әмир Мусин, Лира Камалова кеүек социалистик хеҙмәт геройҙары менән ысын мәғәнәһендә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Бынан тыш, Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары ла байтаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла күгәрсендәр фиҙаҡәрлек күрһәтә, ерен, һыуын, илен, халҡын дошмандарҙан азат итеүҙә үҙен аямай, батырҙарса көрәшә, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Шанлы ла, данлы ла йылдар тарихын яҙған, ил күргәнде иңдәрендә күтәргәндәр.
Райондың 95 йыллығына арналған байрам сараһында райондың аяҡҡа баҫыуына фиҙаҡәр хеҙмәте менән ҙур өлөш индергән төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре, еткселәр, арҙаҡлы уландар, абруйлы шәхестәре ҡатнашты.