Был яҡта элекке баҙар урынына 2023 йылдың йәйендә майҙансыҡ эшләнгәйне, әле ул тағы ҙурайтылып, үҫмерҙәр өсөн яңы тренажерҙар, кескәйҙәр өсөн бәүелсәктәр һәм башҡа күңел асыу ҡорамалдары, волейбол һәм баскетбол майҙансығы менән тулыланды.
Ҙур ҡалаларҙыҡынан кәм булмаған заманса майҙансыҡты асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, район үҙәгенең предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
- Бөгөн беҙҙең ауылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған яңы йәмәғәт территорияһы сафҡа инде, - тине район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин йыйылыусыларҙы әһәмиәтле ваҡиға менән тәбрикләп. - 2023 йылда был зонаны төҙөкләндереүҙең тәүге этабын башлағайныҡ. “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә шыршылар ултырттыҡ, бөтәһе лә ерегеп киткән. Тренажерҙар күп, волейбол, баскетбол, мини-футбол уйнар өсөн майҙансыҡ эшләнде – балаларға спорт менән шөғөлләнер һәм уйнар өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылды, - тип билдәләне ул.
Физик күнекмәләр ярҙамында тағы ла һомғолораҡ булырға, нығынырға, сынығырға теләгәндәр өсөн дә, бәләкәй балалар менән ял итер, уйнар өсөн дә майҙансыҡ, ысынлап та, бик шәп. Мини-футбол, волейбол, баскетбол уйнар өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы майҙансыҡҡа махсус резина япма йәйелгән, был ҡолап киткән осраҡта ҡул йәки аяҡҡа зыян килмәһен өсөн эшләнгән.
Тренажерҙар йәмәғәт территорияһына ҡурай формаһында урынлаштырылған. Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлағандар, кәүҙәһенең һомғол булыуын теләгәндәр өсөн бында уларҙың ниндәй төрө генә юҡ.
Мәҫәлән, велоорбитрек тигәне кардиотренировкалар өсөн тәғәйенләнгән. Мультиштанга ҡул, арҡа, эс мускулдарына файҙа килтерә.
Район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы Алина Лысенко ҡунаҡтарға майҙансыҡ буйлап ентекле экскурсия үткәрҙе. Район үҙәге мәктәптәре егеттәре ҡунаҡтарға тренажерҙарҙың нисек эшләүен күрһәтһә, физик культура уҡытыусылары һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары уларҙың нисек эшләүе һәм нимәгә файҙалы булыуы тураһында һөйләне.
Сағыу төҫлө бәүелсәктәре, шыма тауҙары, заманса тренажерҙары, ыҡсым эскәмйәләре менән әллә ҡайҙан балҡып ултырған был майҙансыҡ йәштәрҙең, кескәйҙәрҙең генә түгел, өлкән быуындың да яратҡан урынына әйләнеренә шик юҡ. Бары тик булдырылған матурлыҡты ҡәҙерләп, һаҡлап тотонорға кәрәклекте онотмайыҡ.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Автор фотолары.