Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Октябрь 2025, 06:05

Республика көнөнә ҙур бүләк

Республика көнө алдынан Яңы Николаевский ауылында бөтә уңайлыҡтары булған, заманса ҡорамалдар менән байытылған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде.Ул Рәсәй Президенты Указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө. Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү - “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Ошо программа сиктәрендә районыбыҙҙың нисәмә ауылы заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктлы булды ла инде.

 Яңы Николаевский ауылы халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, республиканың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Урал Искәндәров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абдуллин һәм башҡалар килде.

 Район етәксеһе Марат Сәлим улы барыһын да ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, РФ Президенты, БР Башлығы һәм Хөкүмәте тарафынан һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелеүен, яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә ҙур өлөш индерәсәген, халыҡтың уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы аласағын билдәләне. Шулай уҡ Марат Сәлим улы фельдшер-акушерлыҡ пунктының кәрәкле бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылыуын, интернет селтәренә тоташтырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, хәҙер урындан район үҙәк дауаханаһы белгестәре менән  консультация алырға мөмкин булыуын да әйтеп үтте һәм ауыл халҡының һаулығы һағында тороусы намыҫлы эшсән, Яңы Николаевский ауылы фельдшеры Әлиә Хәлитоваға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

 Уның һүҙҙәрен БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Фәнит Насип улы ла ҡеүәтләне, медицина учреждениеһына йыш мөрәжәғәт итергә тура килмәһен, бөтәбеҙ ҙә һау-сәләмәт булайыҡ, тигән изге теләктәрен дә еткерҙе.

 Мораҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Наил Абдуллин яңы бина ауыл халҡына ашығыс медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн генә түгел, ә ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау һәм дауалау өсөн профилактик саралар үткәреүгә лә тәғәйенләнеүен билдәләп, ауырығас ҡына түгел, ә профилактик сара - медицина тикшереүе үтеү өсөн фельдшер-акушерлыҡ пунктына даими рәүештә мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән кәңәштәрен бирҙе.   

 Ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күргән етәкселәргә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эште атҡарып сыҡҡан төҙөүселәргә яңы николаевскийҙар исеменән рәхмәт һүҙҙәрен Көнһылыу Әбүсева еткерҙе.

 Фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсел медицина ярҙамын Яңы Николаевский ауылы халҡы ала, бында 367 кеше иҫәптә тора. Ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында ошо өлкәгә үҙенең 20 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған Әлиә Хәлитова тора. Үҙ һөнәренә тоғро булғаны, хеҙмәтенә яуаплы ҡарағаны өсөн уны ауыл халҡы ла, етәкселек тә ихтирам итә.

 Тантана һуңында ҡунаҡтар һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы менән танышты. Ә ул тыштан да, эстән дә бик күркәм ине. Ҡабул итеү, ҡарау, процедуралар эшләү, хужалыҡ әйберҙәрен һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Сабыйҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген тикшереү өсөн дә мөйөштәр булдырылған. Бүлмәләр яҡты, иркен, иң мөһиме йылы. Күп ауылдар өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункттары иң мөһим һәм иң кәрәкле социаль объекттарҙың береһе. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты Яңы Николаевский ауылы халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.

Автор:
Читайте нас