Урал ауыл хаҡимиәте башлығы Фидан Тоҡомбәтов ауыл халҡын республика көнө менән тәрбикләп, бикбулаттарҙың эшһөйәр, бар йәһәттән уңған булыуҙарын, тырышып донъя көтөүҙәрен билдәләп үтте. Ауыл клубы фойеһында ойошторолған йәрминкәгә лә халыҡ ихлас әҙерләнгән. Һөт ризыҡтары ла, тәмле бәлештәр, көлсәләр, икмәк, йомортҡа һатыусылар әҙ булһа ла ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырҙы.
Китапханасы Гөлнәзирә Кинйәбаева “Икмәккә – хөрмәт” тип аталған тематик күргәҙмә лә әҙерләгән. “Блокада икмәге” күргәҙмәһе лә тарихи ҡыҙыҡһыныу уятты. 900 көнлөк ҡамау 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем һуҙыла. Ул фажиғәле осорҙа нисек тә булһа халыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн кешеләргә тигеҙ 125 грамм бүленгән икмәк тараталар. Ул икмәк рецебын теүәл генә берәү ҙә белмәй: цех, келәт стеналары, иҙәндәренән, тоҡ, лар төбөнән һепереп алынған ҡалдыҡ –боҫтоҡ он, хатта елем өсөн ҡулланылған ҡағыҙ оно, ҡарағай ҡайыры, ҡайын бөрөһө һәм башҡа төрлө ашамлыҡ ҡабыҡтары ҡушып бешерелгән икмәк бик күптәрҙе аслыҡтан ҡотҡара. Ә бөгөн беҙ ысын мәғәнәһендә муллыҡта йәшәйбеҙ. Өҫтәлебеҙҙә көн дә - күпереп бешкән аҡ ҡалас. Һыныҡ икмәккә тилмереп ултырған заман түгел. Ул ҡәһәрле йылдар тураһында беҙҙең быуын ҡартатай –өләсәйҙәр һөйләүенән, китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына белә. Магазинға инһәң, икмәктең ниндәй генә төрө юҡ! Аҡ икмәк тә, арыш икмәге лә, мәк, шыттырылған бойҙай, хатта өрөк ҡушылғаны ла кибет кәштәләрендә һығылып ята. Йәнең теләгәнен алып аша. Ә ябай ауыл икмәге - бала саҡты хәтерләткән өй икмәге еҫе,тәме айырыуса танһыҡ.
- Ҡояш йылыһы бөркөлөп торған хуш еҫле әпәкәйҙең өҫтәлебеҙгә нисек килеп ятыуын ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, белеп тә етмәй. Күпме көс, сабырлыҡ, оҫталыҡ кәрәк ошо ябай ғына ауыл икмәген бешереү өсөн (игенселәрҙең, икмәк бешереүселәрҙең хеҙмәте ысын мәғәнәһендә баһалап бөткөһөҙ оло ҡаһарманлыҡ икәнлегенә уларҙың хеҙмәте менән яҡындан танышҡас ҡына төшөнәһең)! Әле бойҙай ап-аҡ онға әйләнгәнсе игенселәр күпме көс түгә! Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем көн тимәй, төн тимәй, халыҡ икмәкле булһын өсөн ҡара тирен, хәләл көсөн түгә улар.
Икмәк –йәшәү сығанағы. Бала ла бит асыҡһа, белер-белмәҫ аңы менән икмәккә үрелә. Икмәктән айырмаһын, ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, өҫтәлебеҙҙә хуш еҫле әпәй булһы, әпәйҙең ҡәҙере булһын, - ти Гөлнәзирә Кинйәбаева.
Үҙенсәлекле сара һәүәҫкәр артистар- Гөлфирә Баймырҙина, Ринат Мозафаров, Әлфиә һәм Камила Фәттәховалар, Фәриҙә һәм Мәхәмәт Шәриповтарҙың йырҙары, бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Автор фотолары.