Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Октябрь 2025, 04:25

Үҙ еремдә эшләү – оло бәхет

 Фотолағы һылыуҡай – мәғариф өлкәһендә быйыл ғына эш башлаған йәш белгес, Мортаза Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусыһы Айһылыу ВӘЛИЕВА.

Үҙ еремдә эшләү – оло бәхетҮҙ еремдә эшләү – оло бәхет
Үҙ еремдә эшләү – оло бәхет

Айһылыу Бикес ауылында Гөлгөнә Нуретдин ҡыҙы менән Рәсүл Миңлебай улы Вәлиевтарҙың татыу ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Район мәнфәғәтенә тырышып эшләгән, тыуған ауылдарына йәм биреп, күпләп йылҡы малы аҫрап, ҡорт тотоп, гөрләтеп донъя көткән эшһөйәр ата-әсә дүрт балаһын да үҙҙәре өлгөһөндә егәрле, тырыш итеп үҫтерә, уларға матур тәрбиә бирә һәм белем алырға ярҙам итә. Айһылыу тыуған ауылы мәктәбендә 8-се класҡа тиклем белем алғас, уҡыуын Мораҡ 1-се урта мәктәбендә дауам итә. Мәктәптә яҡшы уҡый, бигерәк тә башҡорт, инглиз телдәрен ярата һәм үҙенә төплө белем биргән яратҡан уҡытыусылары, ике апаһы – Лиана менән Эльза кеүек педагог булырға хыяллана. Бәләкәйҙән күңеленә яҡын булған хыялын тормошҡа ашырыр өсөн ул мәктәпте тамамлағандан һуң Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Университетта ла әүҙем студенттарҙың береһе була, яҡшы уҡый, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша. Тырышлығы бушҡа китмәй - уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, йәш белгес тыуған районына эшкә ҡайта. Ҡасандыр үҙенә бар яҡлап өлгө булған остаздарына һоҡланып, улар кеүек булырға, балаларға белем һәм тәрбиә бирергә хыялланған ҡыҙ бөгөн үҙе киләсәк быуынға туған һәм инглиз телдәре серҙәрен аса, башланғыс кластар звеноһында вожатый эшен дә алып бара, улар өсөн төрлө  саралар үткәрә.

 Тыуған районында эш башлауына күп ваҡыт уҙмаһа ла, эшкә талапсан йәш белгес коллегалары араһында хөрмәт, уҡыусылары, ата-әсәләр араһында ихтирам яулап өлгөргән.

- Башҡорт гимназияһы, коллективым бик оҡшай, уҡытыусы һөнәренең нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам иткән коллегаларыма бик рәхмәтлемен. Оҙаҡ йылдар педагог һөнәренә тоғро ҡалып, үҙ бурыстарын оло намыҫ менән башҡарған тәжрибәле коллегаларыма ҡарап үҙ-үҙемә талапсан, эш, балалар өсөн яуаплы булырға, ғөмүмән, ысын педагог булырға өйрәнәм. Иң мөһиме һөнәри йәһәттән үҫешеп, йәмғиәткә файҙа килтерерҙәй шәхес булырға насип булһын, - ти йәш белгес киләсәккә пландары менән бүлешеп.

Сер түгел, хәҙер йәштәрҙең күбеһе ҡаланы һайлай, ауыл еренә ҡайтырға ашығып бармай. Ошо турала һүҙ ҡуҙғатҡас та Айһылыу: “Уҡыған ваҡытта уҡ ҡалала йәшәйем, эшләйем тигән хыялдар менән янманым, миңә үҙемдең тыуып үҫкән ерем яҡын, үҙ еремдә йәшәү, үҙ яғымда эшләү минең өсөн - оло бәхет”, - тине. Беҙ ҙә уның менән тулыһынса килешәбеҙ һәм йәш белгескә киләсәктә ҙур үрҙәр, еңеүҙәр яулап, һөнәри эшмәкәрлегендә ҙур уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас