

Айрат Искәндәров әйтеүенсә, ҡабаҡты тәүге ҡырау төшкәнсе йыйып алырға кәрәк. Әммә, өлгөрмәһәгеҙ ҙә, ҡурҡыныс түгел. Урындағы сорттар температураның бер аҙ түбәнәйеүенә сыҙай ала.
Өлгөргән ҡабаҡты һаҡларға ҡоро һәм һалҡын урын һайларға кәрәк. Балкон янында идеаль. Ғәҙәттә, ҡабаҡ көҙҙән яҙға тиклем, ә ҡайһы берҙә йәйгә тиклем дә һаҡлана.
Ҡабаҡ бик файҙалы, витаминдарға бай йәшелсә. Шуға күрә рационды ҡабаҡ менән төрләндерергә, варенье, цукат, хашлама бешерегә мөмкин.