Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
10 Октября 2025, 10:15

Ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған пар

Лилиә Әхәт ҡыҙы менән Рафаэль Марат улы Йосоповтар - Сәйетҡол ауылының иң күркәм ғаиләләренең береһе.

Ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған парҒүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған пар
Ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған пар

  Эштәрендә лә абруй, хөрмәт ҡаҙанған күркәм пар улар. Лилиә Әхәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар башланғыс класс балаларына белем бирһә, Рафаэль Марат улы уҡытыусылыҡ эшенән тыш, байтаҡ йылдар мәктәп директоры һәм мөдире вазифаһын намыҫ менән атҡара.  Күркәм пар өс бала үҫтергән: улдары Ришат хәрби бурысын үтәгәндән һуң 3 йыл контракт буйынса хеҙмәт иткән, әлеге көндә Себерҙә эшләй; Илмира ҡыҙҙары тормош иптәше Наил менән Салауат ҡалаһында төпләнгән, Аслан исемле ул үҫтерәләр, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр; кесе ҡыҙҙары Әлмира Мораҡ башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы, барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы уҡый, инглиз теле буйынса үткән олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша.  

Бар яҡлап та булдыҡлы Йосоповтар ғаиләһенә бал ҡорттарына хас тырышлыҡ, эшһөйәрлек бирелгән: ике уңған бергә тура килгәс, күптәрҙе һоҡландырып, матур донъя көтәләр! Киләсәктә лә бәхет, шатлыҡта ғүмер итергә яҙһын уларға!  

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас