Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2025, 10:37

Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шат!

Республика көнө алдынан районда мөһим объекттар сафҡа индерелде. Шуларҙың береһе - Мораҡ ауылының "Төньяҡ" биҫтәһендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт-уйын зонаһы. Был яҡта элекке баҙар урынына 2023 йылдың йәйендә майҙансыҡ эшләнгәйне, әле ул тағы ҙурайтылып, үҫмерҙәр өсөн яңы тренажерҙар, кескәйҙәр өсөн бәүелсәктәр һәм башҡа күңел асыу ҡорамалдары, волейбол һәм баскетбол майҙансығы менән тулыланды.   

Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шат!Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шат!
Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шат!

Бөтәһе лә заман талаптарына ярашлы эшләнгән. Хәҙер был яҡта йәшәүселәргә рәхәтленеп спорт менән шөғөлләнергә, уйнарға, ял итергә  мөмкинлек бар. 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас