Лена ХӘЙРУЛЛИНА
Бер тамсы өмөт
Хикәйә
Йүгерә-атлай өсөнсө ҡатҡа күтәреләм. Арҡам лыс һыу. Ашығыу, арыуҙан тирләмәй ул, ошо өсөнсө ҡатта урынлашҡан ҙур, ауыр ишектең өҫтөндә торған “Онкология бүлеге” тигән яҙыуҙы күреү менән, үҙенән-үҙе тир бәреп сыға. Әллә нисә һынағаным бар, килгән һайын шулай. Пластик ҡына булһа ла, ошо ишек хәтәр ауыр асыла. Етмәһә, инеп киткәнеңсә үк, артыңдан шап итеп ябыла һала. Әйтерһең дә, һине ашыҡтыра, өлгөрөп ҡал, һуңлауың бар, тигән кеүек, ябылғанда, йәмһеҙ сыйылдап ҡуя. Кеҫәмдәге бахилдарҙы ашығып аяҡҡа эләктерә һалам да, аҡ халатты яурынға ташлап, осо-ҡырыйы күренмәҫ коридор буйлап 13-сө палатаға юлланам. Ҡаршыға осраған шәфҡәт туташына йөҙ ҙә беренсе тапҡыр шул бер һорауҙы бирәм: “Нисек?”
– Иртәнән бирле көтә.
Көткәнен беләм. Бына инде бер йылға торош бер айҙы шулай йәшәйбеҙ: ул көтә, мин киләм, ул ышана, мин йәлләйем. “13”. Был һанда ниндәйҙер хикмәт бар тиһәләр ҙә, мин уға иғтибар итмәйем. Ғәҙәттәгесә, ишекте ипләп кенә асып, таныш палатаға уҙам. Ишек төбөндәге карауат йыйып ҡуйылған. Йөрәк жыу итеп ҡала. Бер секундта башыма уҡтай ҡаҙалған уйҙарҙы йыйып, һушыма килә алмай торғанымда, уның ҙур устары арҡамдан һөйөп тә өлгөрә:
– Йә, хәлдәрең нисек, аҡыллым? Яуабымды көтмәй, үҙ һорауына үҙе үк яуап бирә: “Күреп торам, хәлең һәйбәт. Сәсеңде генә ҡырҡтырып әрәм иткәнһең. Оҙон килеш яҡшыраҡ инее”.
- Сәс нимә ул, үҫер әле, баш иҫән булһын. Үҙем теге йыйыулы карауаттан күҙ алмайым. Үлдеме әллә, тип һорарға телем әйләнмәй. Юҡтыр. Нисек үлһен? Ике көн элек килгәнемдә генә, ҡатыны, балалары тураһында һөйләп ултырҙы. Йәп-йәш бит әле үҙе. Утыҙ һигеҙ йәштә кеше үләме? Өс бала атаһы, етмәһә. Уның сабыйҙары үҙенән башҡа кемгә кәрәк инде? Хөкүмәт йәлләү йөҙөнән нисәлер һум аҡсаһын биргән булыр ҙа, ә һин йәшәп ҡара ана шуға! Атайһыҙ тормоштоң ни икәнен ул балаларҙан башҡа эт тә белмәҫ, бер кем килеп, етемлек ауырмы, тип һорамаҫ, хәленә инмәҫ. “Атайһыҙ” мөһөрө тағып, ситкә тибеүселәр ҙә булмаҫ, тимә. Әҙәм затының яҡшыһы ла, яманы ла бар. Тап ана шул һуңғылары йәберләп, әсе телен бәреп, яралы йөрәктәрен телгеләр.
- Ҡайҙа ул күршең? - Ошо һүҙҙе әллә ҡайҙан төптән саҡ һығып сығарам.
- Кисә Өфөгә ебәрҙеләр. Диагнозын раҫлар өсөн.
- Йә, Раббым! Берүк раҫланмаһын! - Быларын башымды юғарыға күтәреп, бышылдап ҡына әйтәм дә, янымда ултырған ағайыма текәләм:
- Беҙгә лә Өфөгә барырға кәрәк. Ваҡыт уҙғарырға ярамай. Ул файҙаға түгел, һеҙгә ҡаршы уйнай, ишетәһегеҙме? Юҡ, бында ҡалырға ярамай! Иртәгә үк, йә иртәнән һуң, документығыҙҙы алығыҙ ҙа, китегеҙ Өфөгә. Кәрәк булһа, үҙем дә барам. Онкодиспансерҙың ҡайҙа икәнен мин беләм...
- Фәрештә… Тағы мандарин килтерҙеңме? - Уның ипле, баҫалҡы тауышы мине йәһәт кенә Өфө онкодиспансерынан 13-сө палатаға ҡайтара. - Тәмле булып еҫе сыға шул.
Уңайһыҙланып, сумка аҡтарырға тотонам. Мандариндар һалынған полиэтилен ҡапсыҡты, ул яратҡан йөҙөм бәлешен һәм шиғырҙар китабын һөйрәп сығарып, тумба өҫтөнә һалам. Нескә күңелле, хисле кеше ул, шиғыр уҡырға ярата. Шуға ла килгән һайын әле бер, әле икенсе китап килтергән булам.
– Тегендә бойоҡ китмәһен, тиһеңдер инде ағайыңды, гел күңел күтәрерлеген һайлап килтерәһең. Был һүҙе асыуға тейә, төшөнкөлөк, өмөтһөҙлөккә бирелеүенә ҡырҡа ҡаршымын. Уға һирпелеп ҡарап алам да, тағы ҡарайым. Булһа, була бит күркәм кешеләр! Cибәр генә түгел, күркәм. Ундайҙарҙың йәшен дә документына ҡарап белмәһәң, былай самалармын тимә. Кем ул, ҡайҙан, ҡайҙа эшләй, нисек йәшәй - быларҙың береһе лә мөһим түгел. Шул зат яныңда торһа, әллә ниндәй тойғолар кисерәһең.
...Зәһәр ҡыштың 35 градус һалҡынында туҡталышта тәнем генә түгел, йәнем ҡатып баҫып торғанда, әжәл тырнағынан йолоп, машинаһына индереп ултыртҡан минуттан алып әлегәсә һоҡланам мин уға.
Миллион һумлыҡ сит ил машиналары янымдан битараф ҡына зыйлап уҙып киткән ул көндө, тешемде ҡыҫып, сит ҡала яны туҡталышында өмөтһөҙлөк менән айҡашҡанда, ул мине яңғыҙ ҡалдырмағайны. Бына хәҙер иһә онкология тип аталған хәсрәт донъяһында мин уның берҙән-бер өмөтө.
– Тағы эсең янамы, Хызыр?
Ул өндәшмәй. Тәҙрәгә текләп ултыра бирә. Мин иһә һүҙҙе нисек ялғап китергә белмәй аҙапланам. Ни яна икән ул эсеңдә?
– Бына һинең эс быяла кеүек. Үтәнән-үтә күренә. Унда ни бар икән, тип йонсомайһың да, эсендәге - тышында, тигәндәре тап һинең хаҡта ул, ҡыҙыҡай. - Шаярып ҡына сәсемдән тартып ҡуйған була үҙе. Ауырыуы тураһында һораштыра башлаһаң, гел һүҙҙе миңә табан бора һалған була шул.
– Юҡ, былай булмай! Ниҙер эшләргә кәрәк! Һин һауығырға тейешһең! Бер ай буйы... - Ултырған урындан ырғып торам да, ишеккә йүнәләм. – Киттем әле докторға!
Үҙемдә ғүмергә булмаған ҡыйыулыҡ табып, табип бүлмәһе ишеген шаҡыйым. Ҡабалан ғына иҫәнләшеп, ҙур өҫтәл артында ҡәһүә һемергән оло йәштәге врач ҡаршыһынан урын алам.
– Ни булды?
– Уны бында ҡалдырырға ярамай. Ишетәһегеҙме? Өфөгә юллама бирегеҙ. Зинһар.
– Кемгә?
Ошо һүҙҙән айнып киткәндәй булам. Йә, Хоҙай! Табип минең кем тураһында һөйләгәнемде лә белмәй бит. Уңайһыҙ булып ҡуя.
– Ғәлләмовҡа.
– Зарланамы әллә? Насар ҡарайҙар, тиме? Кәрәкмәгән укол ҡаҙайҙар, файҙаһыҙ дарыу ашаталар, тағы әллә ниҙәр тейҙер инде. Ауырыуҙың эше бит ыңғырашыу ҙа зарланыу. - Ул өҫтәлендә ятҡан лупалы күҙлеген һәрмәп алып кейә лә, мине баштан-аяҡ тикшереп сыға: ә һеҙ уға кем булаһығыҙ? Ҡатынымы? Әллә һөйәркәһеме?
Тамағыма торған төйөндө саҡ йотоп ебәрәм:
– Бер кем дә түгел. Сит кеше. Бары һалҡын ҡышта ул мине туҡталышта ултыртып алғайны. Шунан бирле аралашабыҙ. Һеҙ уйлағанса түгел, дуҫтарса.
Табип, башын артҡа ташлап, шарҡылдап көлә башлай. Йәнгә тейерлек итеп.
– Мин уның изге күңеленә, оло йөрәгенә һоҡланам. - Муйынды һығып торған шарфты бушата биреп, һүҙҙе дауам итәм: ул табип булһа, һау-сәләмәт, бәхетлеләр күберәк булыр ине, моғайын. Һәм тағы ла үтенесем... Ҡатыны тураһында һорап ҡуймағыҙ, ул уны бер йыл элек юл фажиғәһендә юғалтҡан. Күңел яраларын ҡуҙғатмағыҙ. Хуш булып тороғоҙ, доктор! - Айҡала-сайҡала коридор буйлап барып, таныш палата ишегенә үреләм.
- Оҙаҡланың, аҡыллым.
Таныш тауыш ҡолаҡты иркәләй. Ул гел шулай яғымлы, ипле һөйләшә. Магнит кеүек үҙенә тартып торһа ла, минең өсөн барыбер ағай булып ҡала килә. Хөрмәт һәм һоҡланыу кеүек тойғоларҙы аша атлап сыҡмаҫымды беләм.
Ул мине фәрештә тип йөрөтә, минең өсөн ул үҙе - Хызыр Ильяс. Исеме Ильяс булғаны өсөн генә түгел, юлда бер тамсы өмөт ҡалмағанда килеп сығып, ғүмеремде һаҡлап ҡалғаны өсөн шулай тип өндәшәм. Үҙенә лә оҡшай.
– Табип менән оҙаҡ һөйләштек шул. Шәбәйәһең тине. Анализдарың яҡшы. Һине әлегә тулыһынса тикшерә алмайҙар икән, аппараттары ремонтта. Шуның ҡайтҡанын көтәләр.
Алдай белмәгән көйөңә алдашып ултырыу хәтәр ҡыйын икән. Телем тотлоға, тир бәреп сыға. Үҙемде мең гонаһлы бәндә итеп тоям. Ә ул миңә ялғанды һиҙгәндәй, һынап ҡарай.
– Футбол тубы итеп тоям үҙемде. Тегендә - бында, бында - тегендә... Типкеләйҙәр бит. Врачтар футбол уйнай. Ә һин шул тупты ҡапҡаға инеп китеүҙән һаҡлап тороусы һаҡсы кеүекһең, фәрештә. Табипҡа уҡымағанһың, һинең ҡулда шундуҡ шәбәйер инем.
– Эйе шул. Был хаҡта үҙем дә йыш уйлайым. Табип йәки бик бай кеше булһам ине, тип. Тәүгеһе булһам, сирлеләрҙе бар көсөмдө биреп дауалар инем, ә бай булһам, иң яҡшы табиптарға аҡса түләп, дауалатыр инем уларҙы. Һине лә... – Ошо һүҙҙәремдән нисектер еңел, рәхәт булып китә.
- Гел ана шулай тип әйт.
- Нимә тип?
– Һин, тип. Атыу һеҙ ҙә һеҙ, ағай ҙа ағай.
Көлөшөп алабыҙ.
- Арҡам һыҙлап киттесе. - Ул йәтешләп бер яҡҡа янтая.
Арҡа һыҙлау, эс яныу. Былар миңә лә таныш! Үтә таныш бит! Нисек әлегәсә ошо хаҡта уйламағанмын?
- Һиндә бер ниндәй ҙә яман сир юҡ. Хызыр, ишетәһеңме? Мин аңланым. Табиптар һинең ауырыуыңды белә алмай йонсой, ә мин белдем, аңланым! - Тулҡынланыуымды еңә алмай, тағы әллә ниҙәр һөйләнем дә, ауырыуҙы табиптар бүлмәһенә алып киттем.
***
- Беләһегеҙме, Хызыр һеҙҙең сирле түгел. Сығарығыҙ уны бынан. Ҡайтарығыҙ.
Табип беҙгә мыҫҡыллы ҡараш ташлай:
- Шунан, ниндәй диагноз ҡуйҙығыҙ инде Ғәлләмовҡа?
Врачтың ҡыланышына аптырамайым. Уны ла аңларға була, үҙемде былай тотоуымды үҙен һанға һуҡмау тип ҡабул итәлер. Тик миңә үҙ туҡһаным туҡһан: алған дауа ярҙам итмәй, һыҙланыуың сәғәтләп түгел, минутлап көсәйә икән, тимәк, дөрөҫ дауаламайҙар, диагноз дөрөҫ түгел. Хызыр ҙа бит әле бер, әле икенсе табипҡа йөрөй торғас ошо ғазап донъяһына килеп эләккән.
- Ильяс йән ауырыуы менән ауырый. Һарыға һабышҡан. Ул сирҙе заманса итеп депрессия тип атайҙар, доктор. Тап ана шул ваҡытта тән менән ҡуша йән дә һыҙлай. Уны бер ниндәй терапевт та, хирург та, хатта һеҙҙең кеүек онколог та дауалай алмай.
“Һеҙҙең кеүек” тигән һүҙҙе айырым бер баҫым менән, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ һәм яғымлы итеп әйтергә тырышам, сөнки Хызырҙы артабан бында ҡалдырырға ярамай. Был хәсрәт донъяһында сире көсәйәсәк кенә.
- Ҡыҙыҡ. Кем һәм нимә һауыҡтырырға тейеш була инде Ғәлләмовты? - Табип урынынан тороп, ҡаршыға килеп баҫа. Уйҙарҙы йыя алмай торғанымда, артымда торған Хызыр яурыныма ҡулын һала:
– Ошо фәрештә һәм бер тамсы өмөт...
Бығаса бындай һүҙҙәрен бары шаяртыу тип ҡабул итһәм, тап ошо минутта эскерһеҙ йылмайыу артында ниндәйҙер ысынбарлыҡ йәшеренеүен тойҙом. Йөрәгем һулҡ итеп ҡуйҙы. Бисара! Ниндәй генә күркәм һәм көслө булмаһын, тәү сиратта ул бит кеше. Ә һәр әҙәм заты һөйөү һәм наҙға мохтаж. Көслө зат иһә ҡайғы-хәсрәт алдында бигерәк тә көсһөҙ булып сыға. Ҡатын-ҡыҙ уны үҙ йәненән, булмышынан тапһа, ир кеше ситтән, кемдәндер көтә. Ҡырҡ сыраҡлы ҡатындың бер сырағы һүнһә, икенсеһе ҡабына. Яңғыҙ ҡалғанында ла, балаһын йөрәгенә ҡыҫып һөйһә, һағышы тарала.
Ә бында... Бала... Хызырҙың балаһы ла юҡ бит, исмаһам. Ҡатыны менән биш йыл йәшәп өлгөргән, ә сабыйҙары булмаған. Көткән, өмөтләнгән. Бер йыл элек һуңғы өмөтө селпәрәмә килгән. Яҙмыштың рәхимһеҙлеге тураһында уйлаһаң, йәнең өҙөлөр.
...Өс-дүрт көн тартҡылашҡандан һуң, Хызырҙы дауахананан сығарып, Өфөгә юллама бирҙеләр. Ундағы дауахананан тотоп сыҡҡан ҡағыҙ киҫәге донъялағы иң ҡәҙерле нәмә булып тойолдо. Артабан йәшәүгә рөхсәт ҡағыҙы ине ул.
– Мин барыһына ла күнеп бөткәйнем инде, фәрештә. Яҙмыш менән яғалашырға көсөм дә, теләгем дә ҡалмағайны. - Ул ҡапыл моңһоуланып ҡала. - Ә йән ауырыуын нисек дауаларбыҙ икән?
– Үтер ул. Күп нәмә үҙеңдән тора. Тормошҡа ҡарашыңды үҙгәрт. Һин бит улай уҡ бәхетһеҙ кеше түгелһең. Кемгәлер кәрәкһең. Яҡыныңды юғалтыуҙы уны кисергән генә белә, аңлай. Аҡылыңдан яҙмаҫ өсөн иң һуңғы өмөтөңә йәнсытырман йәбешер кәрәк. Артабан йәшәргә кәрәк, Хызыр! Йәшәгем килмәй тип кенә ятып үлеп булмай. Сей иткә ут ҡапмай, тиҙәр бит. Эсең тулы ут булһа ла, ғүмер бер генә. Зинһар, бирешмә! Тормош дауам итә! - Дауахана тупһаһында Хызырға әйтелгән һуңғы һүҙҙәр ине был.
Ошонан һуң юлыбыҙ айырылды. Шулай килеп сыҡты.
Ярты йылдан һуң урамда таныш шәфҡәт туташы осраны. Ул сумкаһынан хат сығарып тотторҙо. Хызырҙан ине.
– Яңыраҡ инеп сыҡҡайны беҙгә. Һиңә ошоно тапшырырға ҡушты, тик юлым төшмәй тик тора. Адресыңды ла белмәй булып сыҡты ла үҙе. Дуҫтар, имеш. - Зөлфиә апай серле йылмая. - Ағай ҙа ағай, һеҙ ҙә һеҙ, тип йөҙәттең шул Ғәлләмовты. Ә ул бит һиңә битараф түгел ине. Шуны ла һиҙмәнеңме, әллә һиҙмәмешкә һалыштыңмы, ҡыҙый?
Мин шаңҡып ҡалдым. “Нисек инде битараф түгел? Үҙемде уның тормошондағы бер тамсы өмөт итеп күрҙем, артығын уйларға ла ҡыйманым. Китсе, юҡты”.
Йән-фарман сабып өйгә ҡайттым да, хатты асып уҡый башланым. Унда шундай юлдар бар ине: “Гөлирәү, табип булмаһаң да, бик бай булмаһаң да, берүк ҡайғырма. Иң мөһиме - кеше булып ҡал! Тән һыҙлауын ғына түгел, йән әрнеүен дауаланың, фәрештә. Мин һауыҡтым.
Һәм тағы ла... ҡыштың зәһәр һыуығында бынан ары бер ҡасан да юлға сыҡма. Ғүмер бер генә бит, шуны онотма. Кәрәк тип тапһаң, ошо һанға шылтырат. Сәләм менән Ильяс. Юҡ, Хызыр”.
Ҡулым ҡалтырай-ҡалтырай, хаттағы һанды йыйҙым. Йөрәгем ситлеген ташлап осор ҡоштай талпынды. Ҡаушау-тулҡынланыуҙы теге остағы таныш тауыш баҫты:
“Һаумы, фәрештәм!”
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.