Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
6 Октябрь 2025, 05:25

Сыуаҡ булһын ғүмер көҙҙәре

“Йәшлек – йәшлек инде, ул саҡтарҙа эштең ауырлығы ла тойолманы, шулай булырға тейеш, тип уйлағанбыҙ һәм ҡабул иткәнбеҙҙер инде", - ти Сәйетҡол ауылында йәшәүсе Рауза апай Сөләймәнова.

Сыуаҡ булһын ғүмер көҙҙәреСыуаҡ булһын ғүмер көҙҙәре
Сыуаҡ булһын ғүмер көҙҙәре

Бикеш ауылы ҡыҙы ул – Рауза апай. Әсәһе – тыл эшсәне Маһиҙә Кинйәғәли ҡыҙы менән атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлебай Мырҙабай улы Мусин бар ғүмерҙәрен намыҫлы хеҙмәткә арнаған. Улар өс балаға – улдары  Рәхимгә, ҡыҙҙары Рауза менән Рәмзиәгә ғүмер һәм матур тәрбиә биргән.

 Уҡыуға тырыш була Бикеш ҡыҙы, тәүҙә Сәйетҡол 8 йыллыҡ мәктәбен, аҙаҡ Мораҡ башҡорт мәктәбендә 9-10-сы кластарҙы тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Урта белем алыу тураһында таныҡлыҡ алған йылды уҡ уны Сәйетҡол мәктәбенә - декрет ялына киткән педагог  урынына немец теле буйынса уҡытыусы итеп эшкә алалар.

 1971 йылда иһә 19 йәшлек ҡыҙ “Исем” совхозының “Свердлов” бүлексәһенә һауынсы булып эшкә сыға. Ситтән ҡарағанда, һыйыр һауыуҙың бер ауырлығы ла юҡ һымаҡ тойолһа ла, ғүмерҙәрен колхозға арнаған апай-ағайҙар, инәй-бабайҙар алдарға юл ҡуймаҫ: ауыл ерендәге иң ауыр эштәрҙең береһе ул!

 Ысынлап та, һауынсы эшенең бар ауырлығын уны үҙ елкәһендә татып ҡарағандар ғына беләлер... Күптән хаҡлы ялда булған бер колхоз рәйесе әйтмешләй, 70-80-се һәм унан алдағы йылдарҙа 20-25-ләгән һыйырҙы көн дә (һәм көнөнә өс тапҡыр) ҡул менән һауған, үҙәктәргә үтерлек ауырлыҡтарҙы күтәргән һауынсыларҙың һәр ҡайһыһына һәйкәл ҡуйырлыҡ! 

 “Йәшлек – йәшлек инде, ул саҡтарҙа эштең ауырлығы ла тойолманы, шулай булырға тейеш, тип уйлағанбыҙ һәм ҡабул иткәнбеҙҙер инде. “Исем” совхозының Сарлаҡтағы “Свердлов” һәм Сәйетҡолағы “Шәфиев”бүлексәләре фермаларында Зифа Рәхмәтуллина, Рабиға Иманбаева, Фариға Ҡотлоғужина, Миңлегөл Рәхмәтуллина, Гөлсирә Әхмәтйәнова, Нурия Абдуллина һәм башҡалар дәртләнеп эшләнек”, - ти геройыбыҙ.

 Һыйыр һауыуҙан тыш, көн дә мал аҫтын таҙартырға, күнәкләп, ҡайһы берҙә иһә тоҡлап фураж, ем, сөгөлдөр һығындыһы таратырға ла өлгөрә ауыл уңғандары. Ҡара таңдан - бар ауыл татлы йоҡола булған ваҡытта ҡар-буранға, ҡойма ямғырҙарға ҡарамай эшкә йөрөү, күп эште тик ҡул көсө менән башҡарыу, ал-ял күрмәй айҙар-йылдар буйы ферма юлын тапау хаҡында әйтеп тораһы ла түгел!

 Ни тиклем генә ауыр булһа ла, эштә һис һынатмай Рауза Миңлебай ҡыҙы. 1988-1989 йылдар тирәһендә, ниһайәт, һауын аппараттары ҡайтартыла һәм һауынсы хеҙмәте аҙ булһа ла еңелләшә төшә. Ул әхирәттәре менән бергә иң тәүгеләрҙән булып өс меңенселәр сафына баҫа һәм тора-бара тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшә. Тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана: ауыл хужалығы алдынғыларын билдәләү тантаналарынан  бүләкһеҙ ҡайтҡаны булмай, күп тапҡырҙар маҡтау грамоталарына лайыҡ була.

 Әйткәндәй, Рауза апайҙың тормош иптәше Миңлеәхәт ағай Сөләймәнов та “Исем” совхозының маҡтаулы эшселәренең береһе була.

***

 Бикеш ауылына терәлеп кенә ятҡан Сәйетҡолға 1972 йылда килен булып төшә геройыбыҙ. 5 йыл ҡайны-бейеме менән бергә донъя көткәндән һуң йәштәр яңы нигеҙ ҡора. Бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәп, бер-бер артлы өс балалары тыуа.

 - Атайыбыҙ ғүмер буйы тракторсы булды. Үҫкән ваҡытта уны йүнләп күрмәнек тә тиерлек: сәсеү, уңышты урып-йыйыу эштәре ваҡытында беҙ йоҡонан торғансы эшкә китеп, беҙ йоҡлағас ҡайта торғайны, - ти Сөләймәновтарҙың ҡыҙҙары Лилиә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Миңлеәхәт ағайҙың ғүмере ҡыҫҡа була – эшкә китеп барған ваҡытта тракторы менән текә ерҙән ҡолап, фажиғәле вафат була.

 Өс бала менән яңғыҙ ҡалған Рауза апай бирешмәй, балаларына белем алырға ярҙам итә, уларҙы башлы-күҙле итә. Заман елдәре килеп ҡағылып, ауылда ферма бөткәс тә эшһеҙ ултырмай ул: тиҫтә йыл самаһы Сәйетҡол мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләй. Ҡыҙы әйтеүенсә, ул бешергән телде йоторлоҡ ризыҡтарҙы шул ваҡыттағы уҡыусылар әле булһа иҫкә ала һәм рәхмәт әйтеп китә.

 Оло үкенескә күрә, ауыр эш, күргән ҡайғылар эҙһеҙ үтмәй һәм Рауза апайҙың һаулығы ныҡ ҡаҡшай. Әлеге көндә ул ҡыҙы Лилиә менән кейәүе Рафаль Йосоповтар хәстәрендә.

 

***

 Үкенескә күрә, тормош шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай... Ҡыҙы менән кейәүе, Губкинск ҡалаһында йәшәгән улы Рөстәм менән килене Рина, ейән-ейәнсәрҙәре булмаһа, төпсөк улы Альбертты юғалтыу ҡайғыһын нисек күтәрер ине Рауза апай?!

 Махсус хәрби операция башланғас, күптәр, шул иҫәптән Себер тарафтарында уңышлы эшләп йөрөгән Альберт Миңлеәхәт улы, үҙе теләп ил һағына баҫа. “Беҙ ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ!” тип киткән егеткә тыуған еренә ҡабат ҡайтырға насип булмаған – быйыл яҙ яҡташтары ил һаҡсыһын ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатты. Был юғалтыу былай ҙа теткеләнгән йөрәгенә мәңге уңалмаҫ яра һалһа ла, түҙергә, сабыр итергә тырыша Рауза апай... Ваҡыт-ваҡыты менән түгелеп илап та, күңеле тулы һағышты баҫыр өсөн көйләп тә ала.

- Элекке ололар белмәй әйтмәгән, ғүмер аҡҡан һыу һымаҡ, айҙар-йылдар үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Йәшәй-йәшәй шуны аңланым: әҙәм балаһына бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел - һаулыҡ, яҡындарың, балаларың иҫән-һау булһа, шул етә. Һәм тағы ла иң мөһиме шул - илдә тыныслыҡ булһын. Хоҙай насип итеп, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтһын ине, - ти Рауза апай.

 ...Үҙенә күрә илаһи бер мәл ул – көҙ! Алтын төҫөнә ингән донъя, ҡояш нурҙарына күмелгән әбейҙәр сыуағы  йөрәктәрҙе йылыта, күңелгә нур өҫтәй. Ғүмер көҙҙәренә аяҡ баҫҡан апай-ағайҙарға, инәй-бабайҙарға ҡағылышлы байрам да юҡҡа ғына ошо матур осорҙа билдәләнмәйҙер – уларға хас сабырлыҡ, олпатлыҡ, әйтерһең дә, тәбиғәттең үҙендә сағыла... Гәзитебеҙҙе уҡыған өлкәндәрҙең барыһын да Ололар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Рауза апай әйтмешләй, иң мөһиме - ил дә лә, күңелдә лә тыныслыҡ булһын!

 Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас