Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2025, 04:10

Ололар хаҡында хәстәрлек күреү – беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысы

Ололар көнө...  Был көндө беҙ атай-әсәйҙәребеҙгә, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына, өлкән иптәштәребеҙгә һәм остаздарыбыҙға һөйөү һәм тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, уларға сабырлыҡтары, ихласлыҡтары, аҡыллы кәңәштәре, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Ололар хаҡында хәстәрлек күреү – беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысыОлолар хаҡында хәстәрлек күреү – беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысы
Ололар хаҡында хәстәрлек күреү – беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысы

Ололар хаҡында хәстәрлек күреү – беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысы. Улар үҙҙәрен яңғыҙ тоймаһын, һәр ваҡыт күңел йылыһы һәм хәстәрлек менән солғап алынһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Бар йөрәктән уларға  ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, имен тормош теләйбеҙ. Һәр ҡайһығыҙға яҡындарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың һөйөүен һәм күңел йылыһын, ихтирамын һәм иғтибарын татып йәшәргә насип булһын!

 

Ололар көнөнә арналған саралар барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә тиерлек үтте. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас