Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2025, 04:41

Һынамыштар

Көҙҙөң икенсе айына ла аяҡ баҫтыҡ.   Йәй еүеш һәм көҙ йылы булһа,ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла, тиҙәр.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

*Имәндә сәтләүектәр күп булһа, ҡыш ҡаты була.

*Ағастарҙа япраҡ ҡойолоп бөтмәй ҡалһа, ҡыш һыуыҡ була.

*Япраҡтар ҡойолоу һуңлаһа, һалҡын һәм оҙон ҡышҡа.

*Көҙ аҙағында серәкәй күбәйә икән – йылы ҡышҡа.

*Һуҡыр сысҡандар һәм сысҡандар ҙур запас әҙерләй икән – ҡыш ҡаты һәм ҡарлы була.

*1 октябрҙә торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
*Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
*Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.

* Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
*Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк.
*1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
*Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас