+5 °С
Облачно


Альбина ИБРАҺИМОВА, Сапыҡ ауылы:
- Экологик өмәләрҙән беҙҙең Сапыҡ ауылы халҡы ла ситтә ҡалмай. “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып “Еңеү аллеяһы”на, юл буйындағы кәртәләү эсенә ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ, яҙҙан ултыртылған ағастарға һыу ҡойҙоҡ. Үткән аҙнала бейек үләндәрен сабып ҡыйҙан таҙарттыҡ, “Таҙа яр” акцияһы буйынса Энәк һәм Эйек буйына өмәгә сығып сүп - сарҙан таҙарттыҡ.