

Гөлкәй Исмәғилеваның ( яңы китапта ул Гөлкәй Исмәғил псевдонимы менән баҫыла) был китабына ингән шиғырҙарын да күҙ йүгертеп кенә уҡып булмай. Илебеҙ, телебеҙ, милләтебеҙ яҙмышы, тарихыбыҙ тураһында тетрәнеп уйланыуҙар, ғөмүмән, кешелекте борсоған кисерештәр менән һуғарылған ижад емештәре уҡыусыны ла тәрән уйланырға мәжбүр итә.
“...Тау башында иркен баҫып торам -
Мин бәхетле, тыуған илемдә
Услап-услап шишмә һыуын эсәм,
Йыр тыңлайым башҡорт телендә...” тип яҙа ул “Үҙ еремдә” тигән шиғырында. Ысынлап та, тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған күренештәр –үҙ ереңдең иркенлеген тойоу, үҙ телеңдә йырҙар тыңлау, үҙ телеңдә һөйләшеү бәхетен йәшәй килә, өлкәнәйә килә генә төшөнөргә булалыр. Һәм иң мөһиме, ошо илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоһон киләсәк быуынға – балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә еткерә белеү ҙә ихтирамға лайыҡ.
“...Күпереп бешкән туп-тумалаҡ тәғәм -
Ер емеше уңған башҡорттоң.
Тел йоторлоҡ була балға сумһа -
Был хеҙмәте беҙҙең бал ҡорттоң!..
(“Табын күрке”)
Был шиғырҙа шағирә замандаштарының хеҙмәтенә үҙенсәлекле баһа бирә - бал ҡорто образы аша асып, йөкмәткеһен байыта.
Яҡташыбыҙҙың шиғриәтенә күҙ һалғанда, тағы ла шул күҙгә салына: ҡатын-ҡыҙ сабырлығы, әсә мөхәббәте, ғаилә ҡиммәттәре тәбиғәтте һүрәтләү, тәбиғәткә мөрәжәғәт итеүҙәр аша бөтә тәрәнлегендә асыла.
“...Ни йомошмо?
Бер һөйләшеү генә!
Һыуға һөйләү минең ғәҙәттә!
Аҡҡан һыуҙар ихлас тыңлай белә,
Әгәр килһәң изге сәғәттә!..”
(“Юшатырҡай”)
“...Аҡ йылғаны кистем, һыуын эстем,
Аҡ йырҙарын отоп көйләнем.
Аҡлыҡтарҙан күңел пакланһын тип,
Эс серемде сисеп һөйләнем...”
(“Аҡ йылға”)
Был шиғырҙарҙа иһә башҡорт ҡатындарына ғына хас булған тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ ярылып ята. Эсең тулы һағыш булһа ла, кеше алдында һыр бирмәү, ауыҙың тулы ҡан булһа ла, ғәм алдында төкөрмәү, эскә йотоу, бер йөрәк менән кисереү, бер йөрәк менән күтәреү гүзәл затҡа еңел бирелмәй. Борондан ҡатындар уй-һағыштарын ағым һыуға һөйләп, күҙ йәштәрен ҡырҙа киптереп ҡайтҡан, күңелдәрен паклаған. Күңелендәге кисерештәрҙе күрһәтеү, эс серҙәреңде асыу беҙҙең милләт өсөн электән үтә лә ят күренеш һаналған. Шуғалырмы, гүзәл заттар моңло йырҙар, шиғырҙар менән йөрәк әрнеүҙәрен баҫҡан.
Был сифат уның:
“...Мин түгелмен шағирә лә,
Мин түгелмен сәсән дә.
Йәнемә тыныслыҡ алам
Һүҙҙәремде сәсәм дә...” тигән юлдарында ла асыҡ сағыла.
“...Ер ҡыҙымын.
Ергә баҫып торам.
Күңел яулай һаман үрҙәрҙе.
Тынмаҫ йәнем урын таба алмай...” тип яҙа ул бер шиғырында. Бала саҡтан тәбиғәткә ғашиҡ булған, илаһи күренештәрҙе баһалаған Гөлкәй апайҙың күңелендә бөтмәҫ һөйөү, хазина һаҡланалыр кеүек. Үрҙәргә, күккә ынтылған йәндең күңел кисерештәре лә сикһеҙ Йыһан менән бәйле һымаҡ. Был юҡҡа ла түгелдер, “Йәйге төндә сәғәт нисәлә, ҡайһы йондоҙ эргәһенән Ер юлдашы осоп үткәнен бер ҡатмарлыҡһыҙ әйтә алам” тип хайран ҡалдыра шағирә. Күҙәтеүсәнлеге лә уны тәбиғәт менән бер бөтөн итәлер.
Яңы китабына ингән шиғырҙар араһында бала саҡ дуҫтарына, класташтарына бағышлауҙар ҙа урын алған.
Былтыр исем туйы булған “Мин – Ер ҡыҙы” китабы ла, был яңы китабы ла яугир улы ярҙамында донъя күрҙе.
Ижади күңелле, хисле йөрәкле кешенең генә йөрәгендә тыуған яғына, уның кешеләренә, ғөмүмән, донъяға оло мөхәббәт яралалыр. Оло Эйек һыуын һыулап үҫкәнгәлер, һеҙ ҙә яҡташыбыҙ - халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева һымаҡ һүҙ ҡөҙрәтен нескә тойоп, ижадҡа тартылған шағирә.
Ябай игенсенең хеҙмәтенә, ер кешеһенә, ауылының аинәйҙәренә, дуҫтарына арналған шиғырҙарында был асыҡ сағыла. Һәр шиғыр юлдары тәрән кисерештәр, хис-тойғолар менән һуғарылған. Һәм нәҡ ошо хистәр ауаздашлығы менән уҡыусылар күңеленә яҡын Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙының ижад емештәре.
...Ғүмеремдең тоғро юлдашы -
Ҡартәсәйем әйткән васыят:
“Мөхәббәтле бул, балам, моңһоҙ булма,
Бәрәкәтең артыр мең ҡабат!”
“Йөрәгемдә ялҡын дөрләп яна! Күңелем моңға бай. Көн итешем бәрәкәтле. Бының өсөн Аллаһ тәғәләгә мең шөкөр!” – ти Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы.
“...Шиғыр яуып торған төн булды:
Ҡағыҙ буйлап ҡәләм йүгерҙе.
Күктән төшкән аҫыл һүҙҙәрҙең
Барын саҡ - саҡ йыйып өлгөрҙөм...”
Күктәр тарафынан бирелгән һәләтте танып (өҫтәге шиғырҙа был үтә лә тәрән тойола) халыҡ мәнфәғәтенә бағышлау ижадсыны ысын мәғәнәһендә үлемһеҙ итә.
Киләсәктә лә ижад шишмәләре мул булып, ҡәләмдәренән мәңгелекте көйләр моңдар ғына тамып торһон ине шағирәнең!
Беҙ – бөрйәндәр
Бер йәндәргә тороп ҡалып, халыҡ булып,
Кире ҡалҡҡан бөрйәндәр беҙ.
Тыуған ерҙең ҡотон һаҡлар, көнөн яҡлар,
Теҙ сүкмәҫ һөйәндәр беҙ!
Бар донъяға дан ҡаҙанған башҡортосмдоң
Тос ҡына бер өлөшө беҙ,
Һәр ҡайһыбыҙ шул милләттең бер биҙәге –
Алтыны һәм көмөшө беҙ!
Беҙ
Миләүшә Ҡыҙрасоваға
Ҡатын-ҡыҙға, беҙгә, нимә етмәй...
Барыһы бар - шөкөр ит кенә!
Бар донъяны яулар көслө заттар -
Хыялдарҙа ос та кит кенә!
Йырсы ҡоштар ҡунған күңелдәргә,
Бар йыһанды моңға күм генә!
Донъя биҙәр алтын ҡулдар беҙҙә,
Теләктәргә һүҙһеҙ күн генә!
Сәсән телле тиһең? Эйе, был - беҙ!
Һәр һүҙебеҙ башҡорттоң ҡото!
Бәлә килһә – “ир-ҡыҙ”! Алғы сафта!
Сая ҡыйғыр! Урал бөркөтө!
Беҙ - сибәрбеҙ, беҙ - тоғробоҙ, эйе,
Беҙ ғорурбыҙ башҡорт булыуҙан.
Саҡматаштай осҡон сәсәбеҙ ҙә,
Тиҙ ебейбеҙ күңел тулыуҙан.
Беҙҙең байраҡ - ата-баба рухы,
Ал маяҡтай үргә ул әйҙәй.
Еребеҙҙең алтын ҡаҙығы беҙ,
Уға һөйөү ныҡтан ныҡ бәйҙәй.
Нимә етмәй беҙгә? Барыһы бар:
Уландар бар батыр, аҫылдар,
Илде биҙәр ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ...
Беҙ шундайҙар инде асылда.
Башҡорт ҡатыны
Роза апай Раҡаеваға
Тәңкә - тәңкә биҙәүестәр
Тағып алғандары беҙ,
Ғорурланып әйтә алам,
Башҡорт ҡатындары беҙ!
Тоғро беҙ аманатҡа ла,
Замандан да ҡалмайбыҙ,
Иң ҡиммәте үҙебеҙҙә,
“Осһоҙ”ға күҙ һалмайбыҙ!
Әҙерҙәр фиҙа ҡылырға
Йәнде ғәзиз ер өсөн!
Беҙҙең кеүектәр биҙәй тап
Милләтебеҙҙең төҫөн!
Ваҡыт
Ваҡыт - дауа, тиҙәр.
Дауа түгел.
Сабыр итә-итә күнәһең.
Ҡапҡаларҙы бәреп ябаһың да,
Яңы ҡапҡаларҙан инәһең.
Ҡыуанаһың ҡайсаҡ ҡотолдом тип,
Тик аңлайһың бик тиҙ, отолдоң,
Яҙа баҫҡан яң(ы)лыш аҙым менән
Һағыш упҡынына йотолдоң.
Ярым асыҡ ҡалған ҡапҡаларҙан
Иҫкеләй ел бик йыш яңарып.
Өмөт уты менән ҡытыҡлатып,
Туҡтағансы тамам йән арып.
Ваҡыт - дауа тиҙәр.
Дауа түгел.
Сабыр итә-итә күнәһең.
Ут-ялҡында дөрләп янаһың да,
Ваҡыт үтә-үтә һүнәһең.
Унан инде... Унан
Йөрәгеңде көлгә күмәһең.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Фото.