

Аҫылбикә МӘЖИТОВА:
- Һәр быуындың әйләнә - тирәләге мөхиткә ҡарап үҙ донъяһы, үҙенсәлеге . Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе икәненең хаҡлығына бәлки ваҡыт үтә килә генә инанаһыңдыр. Беҙҙең заман йәштәренә хас, өлкәндәрҙең кәңәштәрен кире ҡаҡмай тыңлай торғайныҡ, хатта килешмәгән хәлдә лә. Йәшәй килә уларҙың һүҙе, яҙылмаған ҡанун, девиз кеүек тормошобоҙҙа сағыла килә. Белдеклегә бер һүҙҙә етә, белдекһеҙгә сыбыҡ та әҙ.
Әсәйемдең: “Юҡ тигән һайын , юҡ була, бар тигән һайын бар була”, “Эше күптең - ашы күп”, “Бер эште эшләгәндә, икенсе башҡараһы эшегеҙҙе уйлап йөрөгөҙ”, “Сала байыма, тора байы”, “Ҡәйнәңә иреңде маҡта, иреңә ҡәйнәңде маҡта”, “Иреңдең ғәиләһенә беҙҙе маҡтап һөйләмә”, “Балалы өйҙә ғәйбәт юҡ”, “Өйҙә йөрөһәгеҙ ҙә матур кейенеп йөрөгөҙ” тигән кеүегерәк аҡыллы һүҙҙәре, бөтәбеҙҙең дә хәтеребеҙҙә.
Заман башҡа- заң башҡа. Үҙемдең балаларыма үҙемдең тормош тәжрибәмә таянып әйткән кәңәштәремә бик ҡолаҡ һалмауҙарына эсем бошоп ҡуя, ҡолаҡ һалмау ғына түгел, ҡәтғи генә: “Улай түгел, интернетта шулай әйтелә, психологтарҙың кәңәше шулай, китапта шулай яҙалар” кеүегерәк кире ҡағыуҙарына аптырап ҡалаһың.
Ә шулай ҙа, яйлап, ҡайһы бер кәңәштәрем буйынса эшләп ҡуялар ул.
Хәҙер йәштәрҙең өлкәндәрҙән кәңәш һорауы ла бик һирәк күренештер ул. Әммә беҙгә, өлкәндәргә, “Улым һиңә әйтәм, килен һин тыңла”рәүешендә булһа ла, үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп барыу кәрәк. “Өндәшмәү алтын икән тип, алтын һүҙең йәшермә тигәндәй , әйтеп барған кәңәштәребеҙ, ваҡыт үтә килә, үҙ баһаһын күрһәтер.