

Китаптарҙың да китабы! Ошо бер генә том китаптан тотош бер халыҡтың меңәр йыллыҡ тарихы, тормош - көнкүреше, ғөрөф - ғәҙәттәре тураһында өйрәнә һәм башҡа бик күп белешмә ала алаһың! Был китапта халҡыбыҙҙың меңәр йылдар буйына йыйылған аҡылы.
Беҙ - ауыл балалары. Атай - әсәйҙәребеҙ таң һарыһынан алып ҡараңғы төшкәнсе совхоз эштәрендә булды. Һәр ғаиләлә - бишәр, алтышар бала. Беҙ ҡәрсәйҙәр тәрбиәһен алып үҫтек, тиһәм дә, хата булмаҫ. Беҙҙе тәрбиәләгән “сыбыҡ” халҡыбыҙҙың әйтем - мәҡәлдәре булды. Сөнки беҙҙең ҡәрсәйҙәребеҙ тормоштағы һәр хәлде мәҡәлдәр менән аңлата белде. Һөйләштә лә йыш ҡулландылар.
Мәҫәлән, ҡәрсәйем, Муллабаева Ғилмикамал Әбделмөьмин ҡыҙының “Тыштан ялтырап торор, эстән ҡалтырап торор”, тигән әйтемен бала саҡта бер төрлө итеп ҡабул итһәм, үҫә килгәс уны тағы ла тәрәнерәк итеп аңлай башланым. Ул мине ике йөҙлө булмаҫҡа, башҡаларға ҡарата ихлас күңелле, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл булырға өйрәтте.
Еңгәйем, Муллабаева Венера Нәби ҡыҙының “Ғүмер тегеләй ҙә үтә, былай ҙа үтә. Яҡшы булыуға бер нәмә лә етмәй”, - тип өйрәтеүе тормошта абынһаң да йығылмаҫҡа, йығыла ҡалһаң - кире тороп китергә көс табып артабан атларға өйрәтте; ә әсәйем, Сафия Ризаитдин ҡыҙы Муллабаева менән Нурия инәйем Ишбулатованың аҙым һайын тиерлек: “Таш менән атҡанға аш менән ат!” - тип ҡабатлауҙарына мин йәшерәк саҡта хатта аптырай ҙа торған инем. Нисек инде һиңә гел насарлыҡ ҡына эшләп торғандарға яҡшылыҡ менән яуап бирәһең? Хатта бер мәртәбә: " Һеҙҙең был аҡылығыҙ хәҙерге ваҡытта трассаға сығып автобусҡа ултырып китеү менән эшләмәй башлай!” - тип яуап та биргән инем. Ә донъя икенсене күрһәтте. Был әйтем минең тормошта девизым булды тип ныҡлы әйтә алам хәҙер.
Мин инде күптән үҙем ҡәрсәй, өләсәй. Боронғоларҙың тәрбиә алымдарын үҙем дә ҡулланырға тырышам. Әлбиттә, хәҙерге балалар икенсерәк. Балалар баҡсаһы, интернет... Ә барыбер улар ҡәрсәй, өләсәй тәрбиәһен бирә алмай! Үрҙә һанап киткән туғандарыма ғүмерем буйы рәхмәтлемен, урындары йәннәт баҡсаларында булһын!
Ә был китап кәштәлә туҙанланып торорға тейеш түгел, өҫтәлдә ятһын! Буш ваҡыттарҙа асып уҡыштырырмын. Ғилем йыйырмын. Артыҡ булмаҫ. “Алған алғанда ҡала” тиҙәр бит.